Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2020, 16:15

Беҙҙең иҫәпкә байырға теләүселәр йоҡлап ятмай

Коронавирусҡа бәйле хәл һуңғы ваҡытта иң мөһим һәм иң хәүефле темаға әйләнде. Әммә барыһын да ҡурҡыуға һалған сирҙән дә файҙаланып, мутлашыусылар беҙҙең иҫәпкә байып ҡалырға тырыша.

Мәҫәлән, медицина битлектәре менән тәьмин итергә вәғәҙә итеп, республика ҡалаларының береһендәге предприятиены 100 мең һумға “ултыртҡандар” ҙа инде. Ә икенсе ҡалала үҙҙәрен санитария-эпидемиология күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре итеп таныштырып, фатирҙарҙы дезинфекцияларға өгөтләгәндәр. Ә иң ҡурҡынысы, ҙур аҡсаға коронавирусҡа экспресс-тест үткәрергә тәҡдим итәләр.

Әйткәндәй, белгестәр тестарҙы бары тик медицина учреждениеларында ғына үткәреүҙәре тураһында иҫкәртә, шуға күрә һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ, бөтә хәбәргә лә ышанып бармағыҙ.

Беҙҙең районда әлегә бындай осраҡтар юҡ, иҫкесә “эшләү” ҙә алдаҡсыларға байтаҡ килем килтерә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының күп тапҡырҙар иҫкәртеүенә, телевидение аша һәм гәзиттәрҙә, шул иҫәптән беҙҙең район баҫмаһында ла йыш баҫылған мәғлүмәттәргә, ҡарамаҫтан, мутлашыу осраҡтары тураһында әлшәйҙәр полицияға йыш мөрәжәғәт итә. Башлыса, ғаризалар банк картаһынан аҡса урлау һәм интернетта популяр һатыу-алыу сайттарында алданыу тураһында килә.

- Йыл башынан шундай осраҡтар буйынса 12 енәйәт эше ҡуҙғатылды, - тип, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге оперуполномоченныйы Әҙилә Хәкимова күңелһеҙ статистиканы килтерҙе.

Алдаҡсыларҙың эш итеү алымы күптән билдәле, улар телефон аша үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре итеп таныштырып, кемдеңдер һеҙҙең картанан аҡса урларға уйлауы һәм уны һаҡлап ҡалыу өсөн үҙҙәренең кәңәштәрен үтәргә кәрәклеген хәбәр итә.

- Был - мутлашыусыларҙың яратҡан схемаларының береһе. Артабан телефонығыҙға килгән смс-хәбәрҙәге кодты, картаның икенсе яғындағы өс һанды әйтергә ҡушалар. Бер ҡасан да бер кемгә лә картағыҙҙың реквизиттарын бирмәгеҙ! Шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм шикләнеүҙәрегеҙҙе бөтөрөр өсөн банктың картағыҙҙа күрһәтелгән телефонына шылтыратығыҙ, - ти Әҙилә Вәхит ҡыҙы.

Күптән түгел генә шундай шылтыратыу арҡаһында бер ханым ҙур кредитка батҡан да инде. Ул тәүҙә картаһының һандарын әйтә, артабан тегеләрҙең кәңәше буйынса телефонына мобиль ҡушымта ҡуя. Хәҙер уның банкка 200 мең сумға яҡын бурысы бар.

Популяр һатыу-алыу интернет-сайттарынан ҡулланыусыларҙың да шулай уҡ төп башына ултырып, тауарһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалыуҙары ихтимал. Бер ир автомобиль чехолдары урынына кәрәкмәгән ҡағыҙ тултырылған посылка алған да инде.

Ҙур проценттар вәғәҙә итеүсе финанс пирамидалары ярҙамында тиҙ байыу мөмкинлегенә күптәр һаман да ышана. Алданып, мутлашыусыларға 500 меңдән (!) ашыу аҡса күсергән ирҙең хатаһын ҡабатламағыҙ.

- Һәр кем алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгергә мөмкин. Үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы, айырыуса өлкән йәштәге яҡындарығыҙҙы һаҡлар өсөн ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Банк картаһы номерын, икенсе яғындағы һандарҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Смс-хәбәрҙә күрһәтелгән һылтанма буйынса күсмәгеҙ, телефонығыҙға шикле ҡушымталар ҡуймағыҙ. Интернет-магазинда йәки “Авито” сайтында тауар өсөн алдан түләргә ашыҡмағыҙ. Мул процентҡа өмөт итеп, аҡсағыҙҙы төрлө пирамидаларға һалырға ашыҡмағыҙ! – тип әлшәйҙәргә мөрәжәғәт итә Әҙилә Хәкимова.

Читайте нас: