Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2020, 11:25

Президент ил халҡына мөрәжәғәт итте

Президент Владимир Путин коронавирус инфекцияһы башланыу менән ил халҡына икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итте

Хәҙер илебеҙҙә үҙаллы изоляция режимы 30 апрелгә тиклем оҙайтылды, эш хаҡы шулай уҡ һаҡланасаҡ. Владимир Путин белдереүенсә, әле донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙә эпидемияның юғары хәүефе үтмәгән.

"Эшләмәгән аҙна һәм үҙаллы изоляция режимы күп төбәктәрҙә алдан саралар күреү өсөн ваҡытты бер аҙ “еңергә” мөмкинлек бирҙе. Әммә ошо ара эсендә генә пандемияны еңеп булмай. Мәскәүҙә әлегә коронавирустың таралыуын туҡтата алманыҡ", - тине ул.

Мөрәжәғәтендә Владимир Путин табиптарға һәм барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә, ауыл-ҡалалар тормошон тәьмин итеүселәргә рәхмәт әйтте.

Ил буйынса өйҙә ултырыу ваҡыты оҙайтылһа ла, Президент был йәһәттән төбәк башлыҡтарының вәкәләттәрен киңәйтте һәм үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә рөхсәт бирҙе.

"Беҙҙең ил ҙур. Әле коронавирус инфекцияһы менән зарарланмаған төбәктәр бар, ә ҡайҙалыр ул ныҡлы таралып өлгөрҙө. Шуға күрә төбәктәр хәлде үҙҙәрендәге хәл-торошҡа ҡарап көйләй ала. Был туралағы ҡарарҙарҙы аҙна аҙағына тиклем әҙерләргә тейештәр. Барыһы ла тейешле хеҙмәттәр менән килешеп эшләнәсәк", - тине дәүләт башлығы.

Хәлдең нисек дауам итеүенә ҡарап, өҫтәмә ҡарарҙар ҡабул ителеүе ихтимал, тине Владимир Владимирович. Әгәр ваҡиғалар мөмкинлек бирһә, өйҙә ултырыу көндәрен ҡыҫҡартыуҙары ла бар.

Фото: kremlin.ru

Читайте нас: