Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2020, 13:55

Хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш башланды

1 апрелдән Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу башланды, уның барышында 135 мең һалдат Тыуған ил һағына баҫасаҡ.

Указға Рәсәй президенты Владимир Путин 30 мартта ҡул ҡуйҙы, документ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылды.

Яҙғы саҡырылыш 15 июлгә тиклем дауам итә, әммә коронавирусҡа бәйле, егеттәр хеҙмәт итәсәк урындарына 20 майҙан ғына китә аласаҡ, тип хәбәр итә РФ Оборона министрлығы.

Әлбиттә, бер ни тиклем сикләүҙәр ҙә буласаҡ, буласаҡ һалдаттар хәрби хеҙмәткә китер алдынан коронавирусҡа тест үтәсәк, ә хәрби часҡа килеп еткәс, улар төп составҡа ҡушылмай, ике аҙнаға тиклем карантин режимында йәшәйәсәк.

"Саҡырыу пункттары контактһыҙ термометрҙар, тест-системалар, медицина битлектәре һәм дизинфекциялау саралары менән тәьмин ителәсәк”, - ти РФ Ҡораллы көстәре генштабы идаралығы етәксеһе генерал-полковник Евгений Бурдинский.

Фото: zen.yandex.com

Читайте нас: