Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2020, 11:55

Тауыш биреү көнө икенсе ваҡытҡа күсерелә

Президент Владимир Путин Конституцияға үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү көнөн икенсе ваҡытҡа күсереү хаҡында белдерҙе.

Короновирустың йылдам таралыу ҡурҡынысына бәйле, дәүләт башлығы ил граждандарына мөрәжәғәтендә белдереүенсә, тауыш биреү көнө билдәһеҙ ваҡытҡа күсерелә.

"Ведомости" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Конституцияға үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү – июнь айҙарында үтеүе мөмкин.

Билдәле булыуынса, аҙна башында ғына Башҡортостандың Үҙәк һайлау һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үткәйне. Унда Илона Анатольевна, тауыш биреүҙәр көнөн күсереү ихтималлығын күҙаллап, беҙ төрлө үҙгәрештәргә лә әҙер, тип белдерҙе.

Читайте нас: