Республика башлығы Радий Хәбиров уҡытыу һәм һөнәри әҙерлек буйынса яңы программаның башланыуы тураһында һөйләне.
Ҡабаттан уҡытыу программаһын өс йәшкәсә балаһы менән декрет ялында ултырған ҡатын-ҡыҙҙар йәки 7 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән, эшләмәгән ҡатын-ҡыҙҙар үтергә мөмкин.
Теләһә ниндәй һөнәргә уҡып сығырға була. Эш биреүселә квалификацияны күтәрергә йәки белем биреү сертификатын алырға, йә иһә мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса уҡырға мөмкин. Уҡыу ваҡыты – өс айға тиклем. Бынан тыш, уҡыған осорҙа ҡатын-ҡыҙҙарға МРОТ күләмендә - 13,9 мең һум стипендия түләнә.
«Сер түгел, йәш әсәләр бала менән өйҙә ултырға ваҡытта йыш ҡына үҙҙәренең компетенцияһын юғалта, декрет ялы тамамланғас, уларға эш режимына инеү ҡыйыныраҡ. Был - стресты кәметеү, үҙеңдең оҫталығыңды арттырыу йәки яңы һөнәр үҙләштереү өсөн уйланылған программа», — тине Радий Хәбиров.
Быйыл республикала бөтәһе 1 257 ҡатын-ҡыҙҙы уҡытыу планлаштырыла.
Уҡыуға ярҙам сараларын алыу өсөн эш биреүсеңә йәки йәшәгән урын буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.