Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2020, 11:30

Президент указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин “РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса берҙәм Рәсәй тауыш биреү көнөн билдәләү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Әммә, хәл-торошҡа ҡарап, уның үҙгәреүе лә ихтимал.

Шулай итеп, Рәсәйҙең Төп Законы буйынса тауыш биреү көнө - 22 апрель.

Һорау шулайыраҡ яңғыраясаҡ: "Һеҙ РФ Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплайһығыҙмы?". Һәм яуап варианттары: эйе йә юҡ.

Президент шуны ла белдергән: тауыш биреү илдәге эпидемиология торошона ҡарап үткәреләсәк. Айҙан ашыу ваҡыт бар әле, моғайын, барыһы ла урынына ултырыр.

Фото: Кремлин.ру

Читайте нас: