Бында көн һайын 3000 битлек етештерелә. Улар бөгөндән өс данаһы 70 һум менән Дәүләт дарыуханаларына һатыуға сығарыла. «Марлянан тегелгән битлектәрҙе күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин, — тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөнгө брифингта. — Марля битлектәрен, бер тапҡыр ҡулланылған битлектәр кеүек үк, ике-өс сәғәттән артыҡ кейеп йөрөргә ярамай. Һуңынан уларҙы һабын менән йыуырға, ҡайнатырға, киптерергә һәм үтекләргә кәрәк».