Әлшәй хәбәрҙәре
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2020, 14:25

Ватаныбыҙҙың ышаныслы һаҡсыһы

50 йәшлек күркәм ғүмер байрамы алдынан Әбдрәшит ауылында йәшәүсе Әлфинур Рәмил ҡыҙы Ҡәйүмова ҡыуаныслы хәбәр алған.

Ул Ленинград өлкәһендә ракета-космос ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән улы Роберт Зәйнуллин тураһында рәхмәт хаты алып, шатлығы менән уртаҡлашыу өсөн редакцияға килде.
Әлфинур һәм Риф Ҡәйүмовтар һәр ваҡыт ҙур һәм татыу ғаилә тураһында хыялланған. Ниһайәт хыялдары тормошҡа ашҡан. Уларҙың хәҙер биш балалары бар, икәүһе – тәрбиәгә алған улдары Роберт һәм уның ҡустыһы Руслан.
- Өлкән ҡыҙҙарыбыҙ уҡыуҙарын тамамлап, һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләй башлағас, ҙур, иркен йортобоҙҙа бер бала менән генә ҡалдыҡ. Нуршатҡа ул ваҡытта ике йәш ярым ине. Шул ваҡыттарҙа приюттан бала алып, үҫтереү тураһында уйлана башланым, - ти Әлфинур Рәмил ҡыҙы. – Малайҙарҙың береһе төҫкә-башҡа миңә ныҡ оҡшап тора ине. Ә ул атай-әсәйле булып, үҙенең 10 йәшен ғаиләлә билдәләү тураһында хыялланған. Хыялы тормошҡа ашты. Роберт үҙенең тыуған көнөн, ысынлап та, беҙҙең йортта ҡаршыланы һәм үҙе генә лә түгел, ә ҡустыһы Руслан менән. Шулай итеп малайҙар беҙҙең ғаиләгә килеп эләкте.
Регина менән Гүзәл дә уларҙы үҙ туғандары кеүек яратты. Ҡыҙҙарымдың икеһе лә Башҡортостан дәүләт педагогия университетын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Регинаның инде үҙ ғаиләһе, бәләкәй улы бар. Гүзәл ғәрәп телен яҡшы белә һәм Ислам дине ҡанундарын күҙәтеп йәшәй.
Ғаиләлә Роберттың күп һәләте асылды. Ул уҡыу материалын тиҙ һәм еңел үҙләштерҙе, “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡыны, еңел атлетика, саңғы буйынса район ярыштарында актив ҡатнашты, волейбол һәм баскетбол буйынса мәктәптең йыйылма командаһы составына инде, дзюдо менән шөғөлләнде һәм район данын яҡлап, һәр ваҡыт призлы урындар яуланы. Өҫтәүенә ул матур итеп йырлай һәм бейей ҙә.
“Роберт төплө теоретик белемгә генә түгел, үҙенә тапшырылған ҡоралды һәм беркетелгән техниканы хәрби ҡулланыуҙа практик күнекмәләргә эйә булыуын да раҫлай. Уҡыу-хәрби бурыстарҙы үтәгәндә һәм көндәлек хеҙмәтендә һәр ваҡыт тырышлыҡ һәм инициатива күрһәтә”, - тип хәбәр итә хәрби часть командиры хатында һәм яҡшы ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтеп, уның Ватаныбыҙҙың ышаныслы һаҡсыһы булыуына ышаныс белдерә. Армияла намыҫлы хеҙмәт иткән егеткә хәрби часта ҡалырға тәҡдим итәләр, был үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.
Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжында иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡыусы ҡустыһы Русланға ла армия хеҙмәтенә китер ваҡыт етә. Башҡорт лицейының 6-сы “б” синыфы уҡыусыһы Нуршат та Роберт ағаһының армиянан ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Ул да хәрби хеҙмәт тураһында хыяллана, ә әлегә апайҙары һәм ағайҙары кеүек яҡшы уҡый, төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.
Ата-әсәһе Робертҡа йылы һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Уның өсөн борсолалар, уңыштарына ҡыуанып бөтә алмайҙар. Һәм, әлбиттә, улдарының тыуған йортҡа тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәләр.
Читайте нас: