Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2020, 19:20

Өфөгә - “Башавтотранс” предприятиеһы автобусында

«Башавтотранс» предприятиеһы автопаркы бәләкәй класлы «Форд Транзит» маркалы 40 автобус менән тулыланды. Был автобустар Раевкаға ла йөрөй.

14 мартта Өфөлә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов «Башавтотранс» предприятиеһына бәләкәй класлы 40 «Форд Транзит» маркалы автобустар асҡыстарын тапшырҙы. Әйтергә кәрәк, яңы автобустар пассажирҙар өсөн бик уңайлы – йомшаҡ креслолар, хәүефһеҙлек ҡайыштары, ГЛОНАСС системаһы, тахографтар, кондиционер һәм өҫтәмә йылытыу приборҙары менән йыһазландырылған, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.

“Башавтотранс” предприятиеһы көн һайын һәм сәғәт һайын 7 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем тимер юл вокзалынан “Раевка-Өфө” маршруты буйынса пассажирҙар ташый. Тел. 8-927-338-4629. Реклама хоҡуҡтарында

Читайте нас: