Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2020, 11:40

Халыҡ хуплауына сығарыла

Рәсәйҙең Федерация Советы ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереүҙе хупланы.

Дәүләт Думаһы Владимир Путиндың бығаса булған президентлыҡ срогын юҡҡа сығарыу өсөн дә тауыш бирҙе, әммә әлегә ул көсөнә инмәгән, тип хәбәр итәләр парламенттың мәғлүмәт порталында.
Хәҙер закон проекты төбәктәрҙәге закон сығарыусыларға ҡарауға ебәрелә, әгәр ҙә уны урындарҙағы депутаттарҙың өстән ике өлөшө хуплаһа, документ Президент өҫтәленә килеп ятасаҡ.
Бынан һуң Конституция суды ете көн дауамында төҙәтмәләр тексының һәм тәҡдим ителгән Бөтә Рәсәй тауыш биреү сараһының Төп законға тап килеүен тикшерәсәк. Бында ваҡиғалар үҫешенең ике юлы бар: суд ҡаршылыҡтарҙы тапһа, нормалар көсөнә инмәйәк, тауыш биреү ҙә булмаясаҡ, ә ыңғай һөҙөмтә бирһә, төҙәтмәләрҙе ҡабул итеүҙе Бөтә Рәсәй тауыш биреүенә сығарасаҡтар. Халыҡтың яртыһынан күберәге тауыш биргән осраҡта ғына Конституцияға төҙәтмәләр индереләсәк.
Төҙәтмәләр халыҡтың хуплауын алған осраҡта, Президент төҙәтмәләр индерелгән Конституцияның көсөнә ингән ваҡытын күрһәтеп, баҫтырып сығарыу тураһында указ сығарасаҡ.
Төҙәтмәләрҙә Владимир Путиндың бығаса булған президентлыҡ срогын юҡҡа сығарыу тураһында ғына түгел, шулай уҡ эш хаҡы йәшәү минимумынан түбән булмаҫҡа тейешлеге, социаль түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү, никах институтын яҡлау һәм башҡалар тураһында ла һүҙ алып барыла.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Konstitutsiya-a-inderel-s-k-t--tm-l-r-hali-huplauina-si-arila-161327/
Читайте нас: