Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2020, 12:15

Йәнә сүп-сарҙы айырым йыйыу тураһында

Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тулыһынса камиллаштырылған концепция март аҙағына тиклем әҙер буласаҡ.

Рәсәйҙең тәбиғәт һәм экология министрлығы, айырым йыйылған сүп-сарҙы үтилләштереүгә халыҡтан аҡса йыймаҫҡа, тигән тәҡдим индерҙе. Ведомство белгестәре был яуаплылыҡты эшҡыуарлыҡ өлкәһенә йөкмәтеү урынлы тип иҫәпләй.

Элегерәк министрлыҡ “Етештереүсенең киңәйтелгән яуаплылығы” тигән концепцияны ҡабаттан ҡарап сығыуға алғайны. Уның ҡайһы бер пункттары үҙгәртелгән. Хәҙер иһә айырым йыйылған сүп-сарҙы сығарыуға ябай кешеләр өсөн тариф кәметеләсәк йә бөтөнләй булмай. Бынан ары ҡеүәтле компаниялар тауарҙарҙы һәм ҡаптарҙы үҙаллы үтилләштерә аласаҡ тип күҙаллана. Ике йыл эсендә бизнесҡа сүп-сарҙы юҡ итеү һәм йыйымдар өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу бурысы йөкмәтелә. Хаҡтар төрлөсә билдәләнә. Беренсел сеймалдан барлыҡҡа килгән ҡаптарҙы үтилләштереү, икенсеһенә ҡарағанда ҡиммәтерәк буласаҡ.

Үҙгәртелгән документ Хөкүмәткә ошо көндәрҙә тапшырыласаҡ. Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса тулыһынса камиллаштырылған концепция март аҙағына тиклем әҙер буласаҡ.

Фото6 Яндекс

Читайте нас: