Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2020, 14:02

Кескәй принцессалар балы

Раевка ауылынан дүрт ҡыҙ Өфөлә кескәй принцессалар балында ҡатнашты,

улар кавалерҙар - Өфө юридик институты студенттары менән бейене, үҙҙәрен, Каринэ Хәбирова кеүек, бәләкәй леди, ысын принцессалар итеп хис итте. Әйткәндәй, был ҙур сара икенсе тапҡыр уның ярҙамы менән үткәрелде.
Ҡыҙҙар күңелле мәшәҡәттәргә сумды – иң тәүҙә бал өсөн ҡупшы күлдәк һайланы, матур прическа, макияж яһаны Бына оҙаҡ көтөлгән көн килеп етте. Башҡорт опера һәм балет театры алдында уларҙы иң ҡәҙерле ҡунаҡтар кеүек ҡаршы алдылар. Һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм балалар йорттарында тәрбиәләнгән 250 ҡыҙ балға саҡырыу алды.
Театр фойеһында уҡ байрам кәйефе һиҙелә ине. Һәр ҡыҙға таж һәм беләҙек тапшырылғандан һуң уларҙы әкиәт геройҙары сәләмләне, был ролдәрҙе аниматорҙар һәм артистар башҡарҙы. Ойоштороусылар принцессалар өсөнбай йөкмәткеле программа – тылсымлы шоу, бейеү театры сығышы, аттарҙа һәм егеүле эттәрҙә йөрөү, интерактив спектаклдә ҡатнашыу кеүек саралар һәм, әлбиттә, байрам балы әҙерләгәйне.
Республика Башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы: “Мин һеҙгә ҡарап һоҡланам. Һеҙҙең рух ныҡлығына, яҡшы уҡырға, хәрәкәтләнергә, әүҙем һәм матур булырға ынтылыуығыҙға һоҡланам. Һеҙҙең иң көслө, игелекле, киң күңелле һәм аҡыллы әсәйҙәрегеҙгә ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткергем килә. Бындай байрамдарҙы беҙ бөтә республика буйынса ойошторабыҙ, сөнки һеҙҙе бик яратабыҙ һәм һеҙгә ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙербеҙ. Байрам менән!”
Республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова ла йыйылыусыларҙы ихлас тәбрикләне. “Бөгөн бөтә республика буйынса ойошторолған бындай байрамдар йышырыҡ үткәрелһен ине. Был һеҙгә генә түгел, беҙгә, башҡа кешеләргә лә кәрәк”, - тине
Йәш принцессалар ҙа – беҙҙең райондан Кристина Әкимбәтова (4-се мәктәп), Гөлфиә Вәлиева (башҡорт лицейы), Арина Ткаченко (гимназия) һәм Милена Долбикова (2-се мәктәп) республика Башлығы һәм уның тормош иптәше менән аралаша алыуҙары, улар менән иҫтәлеккә фотоға төшөүҙәре менән ғорурланыу тойғоһо кисерҙе.
- Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙға прическалар, макияж, аквагрим яһанылар. Уларға фотосессия, музыкаль тамаша һәм “летучий корабль” спектакле бик оҡшаны. Балаларҙы тәм-том һәм ҡоймаҡ менән һыйланылар, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙылар, - ти Миленаның әсәһе Ольга Викторовна. – Каринэ һәм Радий Хәбировтарҙың һәм бөтә ойоштороусыларҙың балаларыбыҙға ҡарата мәрхәмәтле мөнәсәбәтенән күңелебеҙ тулды.
Был тылсымлы атмосферала минең ҡыҙым үҙен ысын прицесса итеп тойҙо. “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы өсөн биргән интервьюһында ла ул ошо хаҡта һөйләне.
Был көндө тап ул һәм башҡа ҡыҙҙар ҙа тартыныу, оялыу тойғоһон еңеп, балда рәхәтләнеп бейене, аралашты һәм үҙҙәренә яңы дуҫтар тапты.
Читайте нас: