Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2020, 16:55

Яҡташыбыҙ лотерея билеты һатып алып миллионер булған

Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүсе бер сәғәт эсендә миллионер булған.

Билдәһеҙ яҡташыбыҙ лотереяла «Рапидо 2.0» билетын һатып алып, 1,6 миллион һум отҡан. Лотерея уйнатыу 9 мартта уҙған. «Лотерея билетын ул 60 һумға һатып алған. Еңеүсе уйын майҙанының беренсе өлөшөндә 1, 3, 5, 11, 18, 7, 10, 19 һандарын билдәләгән, ә икенсеһендә 4-те һайлаған. Ошо һандар уға уңыш килтергән», — тип белдерҙеләр лотереяның матбуғат хеҙмәтендә. Өфө миллионерын отошто теркәү өсөн Мәскәүҙә көтәләр.
фото/Башинформ
Читайте нас: