-4 °С
Ҡар
Дума фракциялары лидерҙары менән осрашыуында дәүләт башлығы уларҙың һәр береһе артында миллионлаған фекерҙәштәре тороуын билдәләне.
“Был кешеләр һеҙҙе хуплай, улар һеҙҙең кеүек үк, билдәле бер маҡсаттарға ирешеүҙе теләй. Беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштергән нимә – ул илебеҙ. Бөтәһе лә йәмғиәтебеҙҙең ғәҙел булыуын теләй. Дәүләтебеҙ көслө булһын. Донъяла лайыҡлы урынды биләһен, тип теләй. Маҡсаттарға ирешеү ысулдары айырылһа ла, маҡсатыбыҙ бер”, - тип йомғаҡланы Путин.