Әлшәй хәбәрҙәре
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 12:40

Һәләтле балалар өсөн

Ил етәксеһе “Сириус” базаһында университет асыу планы хаҡында ла һөйләне.

Президент Владимир Путин ТАСС мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында йәш таланттарҙы үҫтереү тураһында һүҙ алып барҙы. “Сочи ҡалаһында һәләтле балалар өсөн “Сириус” мәғариф үҙәге ойоштороу хаҡындағы фекерҙе тәүҙә шикләнеп ҡабул итеүселәр ҙә булды”, – тине ул. Президент үҙәк булдырыу идеяһы үҙен аҡлауын әйтте. Унда талантлы балалар Советтар Союзында уҡ булған система буйынса һайланыуын билдәләне. Ил етәксеһе “Сириус” базаһында университет асыу планы хаҡында ла һөйләне. “Беҙгә заманса университет булдырыу мөһим. Әле үҙәктә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙәге лабораторияларҙан торған ғилми база бар”, – тине В. Путин.


Читайте нас в