Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Март 2020, 12:05

Ирекмәнлек хәрәкәте төрлө быуын кешеләрен берләштерә

Президент ирекмәндәр һаны йылдан-йыл артыуын да белдерҙе.

Президент Владимир Путин ирекмәндәрҙең эшен ҡыуанып күҙәтә. Был турала ул ТАСС мәғлүмәт агентлығына «Владимир Путинға – 20 һорау» проекты өсөн биргән интервьюһында белдерҙе.

- Волонтерлыҡ хәрәкәтенең мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы һәм, ғөмүмән, төрлө йәштәге һәм төрлө быуын кешеләрен берләштереүе бик мөһим. Рәсәйҙең ирекмәндәре – йәш, эшлекле, файҙалы кешеләр. Мин уларға ҡыуанып, һоҡланып ҡарайым, сөнки улар, ысынлап та, шәп эшләй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Президент ирекмәндәр һаны йылдан-йыл артыуын да белдерҙе. Былтыр декабрь башында уларҙың халыҡ-ара форумында сығыш яһағанда 15 миллионға етеүҙәрен әйтеп, үҙҙәрен оло бер армияға тиңләгәйне.

Читайте нас: