Март башында тамсы тамһа, йәй яҡшы килә.
Мартта йылы булһа, йыл һалҡын була.
Мартта көн менән төн тиңләшә.
Марттың шартын апрель сығарыр.
Яҙ иртә килһә, ашлыҡ уңыр.
Марттың беренсе көнө аяҙ булһа, йәй көнө ҡыярға туҡлыҡ булыр.
Март башында сәпсек эсерлек һыу булһа, йәй яҡшы килер.
Мартта ҡар өҫтөндәге һалам ҡарға эреп инһә, бер айҙан ҡар китер.
Беренсе мартта ел иҫеп торһа, бөтөн йәй елле булыр.
Көн ҡояшлы, елһеҙ булһа, яҙ, йәй яҡшы килер.