Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2020, 11:30

Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреү менән бәйле

Тауыш биреү 22 апрелдә иртәнге 8-ҙән башланып, киске 8-гә тиклем дауам итәсәк.

Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты тарафынан индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, быйылғы йылдың 22 апреле (шаршамбы) ял көнө тип иғлан ителә.

Был Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш биреү менән бәйле. Шулай итеп, тауыш биреү 22 апрелдә иртәнге 8-ҙән башланып, киске 8-гә тиклем дауам итәсәк. Тәүҙә әлеге ваҡиға өсөн ике дата – 22 һәм 29 апрель ҡарала ине. Билдәле булыуынса, 19 апрелдә православие динен тотоусыларҙың Бөйөк посы тамамлана, ә 24 апрелдә мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы башлана. Шуға күрә ошо ике ваҡиғаның уртаһына килгән дата һайланды, тип аңлата закон сығарыусылар.

10 мартта Дәүләт Думаһы Конституцияға үҙгәрештәр тураһында закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡараясаҡ. Икенсе көнөнә өсөнсө уҡыу булыр, тип күҙаллана. Артабан ул Федерация Советы ҡарамағына тапшырыла һәм граждандарға индереләсәк үҙгәрештәр менән танышу өсөн “мәғлүмәт осоро” ойошторола.

Белеүебеҙсә, Конституцияға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен ил Президенты Владимир Путин 15 ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда күтәреп сыҡҡайны.

Читайте нас: