Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2020, 12:10

Һәр ваҡыт һиндә, Ҡармыш, булһын сәләмәт тормош!

280 йыл элек барлыҡҡа килгән ауыл булдыҡлы, сәмле, тырыш ғаиләләре менән дан тота.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы тормошҡа ашырылған “Айыҡ ауыл” проектының әлеге мәлдә республика этабы бара. Конкурстың муниципаль этабында 54 райондың 52-һенән (Мәсетле һәм Салауат райондарынан тыш) 464 ауыл ҡатнашҡан, шуларҙың 47-һе киләһе этапҡа үткән. Республика кимәлендә көс һынашҡан ауыл биләмәләре араһында Әлшәй районының Ҡармыш ауылы ла бар.

Мең башҡорттары көн иткән Ҡар­мыш ауылы – бай тарихлы төбәк. Бын­дағы халыҡ йолаларын һанлай, телгә, мәҙәниәткә һаҡсыл ҡарашта. 280 йыл элек барлыҡҡа килгән ауыл булдыҡлы, сәмле, тырыш ғаиләләре менән дан тота. Эскелек тәрән тамыр йәйгән йылдарҙа ла ауыл халҡы “йә­шел йылан”ды ауыҙлыҡларға тырышты, тормош йәмен ебәреүсе афәт­кә ҡаршы ҡулдан килгәнсә көрәште.

– Беҙ республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы барғанына хәбәрҙар булып, уның нисек үтеүен, унда нисек ҡатнашырға икәнлеген ҡарап, күҙәтеп килә инек. Былтыр иһә конкурста ҡатнашырға йөрьәт иттек һәм матур һөҙөмтәгә өлгәштек – район этабында 1-се урын яуланыҡ, – ти ауыл хакимиәте башлығы Дауыт Шәкүров. – Акцияға ҡушылырға тәҡдим иткәс, ауылдаштар шунда уҡ риза булды, сөнки беҙҙә һәр кем дәртләнеп һәм сәмләнеп донъя көтә. Иң мөһиме – халыҡ эскелеккә бирелмәгән, һәр кем үҙенсә донъя көтөргә тырыша, эшен таба, йүнен күрә. Ойоштороу комитетына дин әһелдәре, мәҙәниәт, мәғариф, медицина хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, депутаттар, ауыл активистары, йәштәр инде.

“Айыҡ ауыл” конкурсында ла ҡатнашҡас, халыҡ тағы ла нығыраҡ әүҙемләште һәм яуаплылыҡты арттырҙы. Дини байрамдарҙа, ял көндәрендә магазиндарҙа һыра һатыуҙы тыйырға, тигән ҡарар ҡабул иттек. Араҡы беҙҙә бөтөнләй һатылмай. Магазин хужалары ла сикләүҙәргә ҡолаҡ һала, тыңлайҙар. Эскән, көмөшкә һатҡан кешеләр бармаҡ менән һанарлыҡ, ни тиһәң дә, ауылдаштарҙан оялалар, тайшаналар.

“Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә Ҡармышта әхлаҡи һәм физик сәлә­мәтлекте тергеҙеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш ойошторолған: айыҡ, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы саралар уҙғарыла, ауыл халҡы араһында ныҡлы аңлатыу эше алып барыла, төрлө акциялар, спорт саралары, китап күргәҙмәләре, лекциялар үткәрелә. “Түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороп, спиртлы эсемлектәр ҡулла­ныуҙың зыянын бәйән итәләр, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өндәйҙәр. Активистар спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу нөктәләрен, көмөшкә ҡайнатыусылар­ҙы асыҡлау буйынса рейдтар ойоштора. Һөҙөмтәлә енәйәтселек, яман ғәҙәттәр кәмегән, ауыл халҡының сәләмәт йәшәү рәүешенә ылығыуы бермә-бер артҡан.

Сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, милли традициялар­ҙы тергеҙеү юҫығында мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр актив эш алып бара. Фольклор байрамдары, милли уйындар, танып белеү сәғәттәре уҙғарыла.
Ошо көндәрҙә әлшәйҙәр конкурс сиктәрендә тағы ла бер сара – “Ҡар­мыштар айыҡ тормош яҡлы” тигән спорт һәм сәләмәтлек байрамы уҙғарҙы. Унда шулай уҡ күрше Сурай мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары ла актив ҡатнашты. Байрамды асып, ауыл хакимиәте башлығы Дауыт Урал улы сәләмәт йәшәү өлгөһөн алға ҡуйып йәшәргә саҡырҙы, киләсәктә лә ошо башланғыстар туҡталып ҡалмаһын ине, тигән теләк белдерҙе. Район Советы рәйесе Шамил Шамсун улы Сәлимов, ҡармыштарҙы тәбрик­ләп, матур хыялдар менән йәшәргә, заман менән бергә атларға, халыҡтың аң-кимәлен үҫтерергә, рухын нығы­тыуға булышлыҡ итеүсе сараларҙы йышыраҡ уҙғарырға саҡырҙы.

Ауыл халҡы хоккей, саңғы, шорт-трек кеүек ҡышҡы уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Мәктәп майҙаны бала­ларҙың күңелле сыр-сыуына, өлкән­дәрҙең хуплау, дәртләндереү ауаздарына күмелде. Күңелле йыр-моң менән үрелеп барған спорт ярыштарында ҡатнашыусыларҙы тилбер ҡуллы ҡатын-ҡыҙ өҫтәл әҙерләп көтөп торҙо. Ҡар өҫтөндә борхоған самауыр­ҙар, мәтрүшкәле сәй, тәмле бутҡа, телде йоторлоҡ ҡамыр аштары – күңел рәхәтлеге, кәйеф күтәренкелеге өсөн тағы нимә кәрәк?!

Хуплауға лайыҡ бәйгенең мәктәп майҙансығында үткәрелеүе осраҡлы түгел – сәләмәт тормошто бала саҡ­тан уҡ пропагандалау мөһим, тап шул саҡта өлкәндәр өлгөһөнә эйәргән йәш быуындың сәләмәт тормошто үҙ итеренә өмөт уяна. Тәрбиәүи эштәр бер көнлөҡ түгел – йыл дауамында ата-әсәләр менән бергә спорт саралары үткәрелә, тәбиғәт ҡосағына сығалар, өмәләрҙә ҡатнашалар. Мәктәптә ҡыш айҙарында боҙ май­ҙансығы эшләй. Ауылдың хоккей командаһы йылдың-йылы район күләмендә үткәрелгән турнирҙарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Мәктәп уҡыусылары велосипед, кросс, саңғы ярыштарында ла һынатмай.

Бәйге еңеүсеһеҙ булмай. Иң сәмле, етеҙ, көслөләргә ярыш йомғаҡтары буйынса Почет грамоталары һәм бү­ләктәр тапшырылды. Ауыл биләмәһе башлығы уларҙың маҡсатҡа ынты­лыусанлығын, әүҙемлеген баһалап, рәхмәт белдерҙе.
“Киләсәктә лә ваҡытты бушҡа сарыф итмәйенсә, ауылдаштарыбыҙ уйлы, әҙәп-әхлаҡлы, иманлы йәшәһен һәм айыҡ тормош алып барһын өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ”, – ти булдыҡлы ҡармыштар.

Автор: Рәйлә ҒӘЛИЕВА.
Мәҡәлә "Башҡортостан" гәзитенән алынды.
Читайте нас: