Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 11:45
Күпселек хуплаһа
“Бөтә халыҡ тауыш биреүендә күпселек рәсәйҙәр хуплағанда ғына Конституцияға төҙәтеүҙәр үҙ көсөнә инәсәк”, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин төп законға үҙгәрештәр индереү буйынса эшсе төркөм ағзалары менән осрашыуында.
Был – дәүләт башлығының улар менән икенсе осрашыуы. Тәүге осрашыуы бер ай элек булғайны. Ошо ваҡыт эсендә төп законды үҙгәртеү хаҡында 500-ҙән ашыу тәҡдим килгән.
Президент әйтеүенсә, Конституцияға инмәй ҡалған тәҡдимдәр мотлаҡ өйрәнеләсәк һәм профилле ведомстволарға ебәреләсәк, ә ҡайһы берҙәре федераль закондарҙа сағылыш табыуы ихтимал.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/K-pselek-nim-ti-shul-bula-131235/
Читайте нас: