31 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, совет ғәскәрҙәре һуғыш уты ялмап алған Афғанстандан сығарылды. Ул ҡот осҡос һуғыштың ҡанлы юлдары буйлап йөҙҙән ашыу Әлшәй егете үтте. Уларҙың ҡайһы берҙәренә тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу насип булманы. Ләкин хәрби дуҫтары уларҙы онотмай, үҫеп килеүсе быуынға хәтер эстафетаһын тапшыра. Был көндө лә ҡайнар нөктәләрҙә илебеҙ мәнфәғәттәрен һаҡлаған яугирҙәребеҙҙе иҫкә алып һәм ғорурланып уларҙың батырлығы һәм ҡыйыулығы тураһында һөйләне.
Дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары, хәрби хәрәкәттәр һәм локаль бәрелештәр ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йәш гвардиясы-активистар, район үҙәге халҡы митингҡа йыйылып, тере коридор булып теҙелде.
Сараны район хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин асты. Уның эргәһендәбергә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Р. Ғ. Ғөбәйҙуллин, афған һуғышында ҡатнашыусылар, Рәсәй ДОСААФ ойошмаһының урындағы бүлексәһе рәйесе Ш. С. Йосопов, “Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары” йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Б. Ф. Төхвәтуллин да бар. Улар, шулай уҡ Әлшәй һәм Дәүләкән райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы хәрби комиссары В. П. Яблонский йыйылыусылар алдында сығыш яһаны.
“Тыуған ил-Әсә”, “Яугир-интернационалистарға һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға” ҡуйылған һәйкәлдәргә сәскәләр һалына. Йыйылыусылар Афғанстан һуғышында һәм локаль бәрелештәрҙә һәләк булған Башҡортостан улдарын бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Уларҙың исемдәре, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен! Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын.