Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2020, 11:40

Ике ил араһында мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә

Рәсәйҙең Сеулдағы илсеһе Андрей Кулик белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Көньяҡ Кореяға сәфәр ваҡыты тураһында һөйләшеп килешеү бара.

Илсе әйтеүенсә, 30 йыллыҡ дипломатик мөнәсәбәттәр юҫығында Мәскәү менән Сеул араһындағы бәйләнештәрҙең әүҙемләшеүе көтөлә.

Мәғлүм булыуынса, Корея Республикаһы - Азия-Тымыҡ океан төбәгендә Рәсәйҙең иң мөһим партнерҙарының береһе. Ике ил парламенттары һәм именлек советтары араһындағы мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Дәүләттәр араһында сауҙа, инвестиция, балыҡсылыҡ, хәрби-техник, мәҙәни хеҙмәттәшлек һәм башҡа өлкәләрҙе үҙ эсенә алған 50-нән ашыу килешеү төҙөлгән.

Фото: kremlin.ru

Читайте нас: