Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2020, 14:15

Сабыйҙар күберәк тыуһын

Эйе, дуҫтар, кәбисә йылының тәүге айы – ғинуар бик үк ҡыуаныслы булманы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем тыуымдан артып китте

Районда 35 сабый – 18 ҡыҙ һәм 17 малай донъяға килде, 25 ир-егет һәм 26 ҡатын-ҡыҙ вафат булды. Үлем осраҡтарының сәбәбе булып, башлыса йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары тора.
12 пар никахтарын теркәне, 18-е уны тарҡатты. Үҙ исемен үҙгәртергә теләүселәр табылманы. Ә бына донъяға яңы тыуған сабыйҙар араһында был юлы Милена, Злата, Ева, Динис, Динислам, Арыҫлан, Глеб исемдәре популяр булды. Нурлан, Рамин, Альмира, Ирида, Эдуард, Анна, Ридан, Азамат һәм Стефания исемдәрен һирәк һайлағандар.
Республикала был айҙа 50 (!) игеҙәк тыуған. Ә яңы йылдың тәүге сәғәттәрендә 54 бала – 25 малай һәм 29 ҡыҙ донъяға килгән, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ил Президенты Владимир Путиндың Яңы йыл менән ҡотлауынан һуң сәғәт 12-не һуҡҡанда донъяға килгән тәүге ҡыҙ, башҡа сабыйҙар кеүек үк, ата-әсәһе өсөн көтөп алынған бүләк булды.
“Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда дүрт төбәк программаһы ғәмәлгә ашырыла. Улар – “Балалары тыуған ғаиләләргә финанс ярҙам”, “Ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын тыуҙырыу”, “Өлкән быуын”, һәм “Эш урындарын булдырыуға булышлыҡ итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн хеҙмәт баҙары һөҙөмтәлелеген арттырыу”. Был программаларҙы уңышлы бойомға ашырыу төбәгебеҙҙә тыуымды арттырыуға булышлыҡ итер, тип ышанғы килә.
фото/Pixabay
Читайте нас: