Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2020, 11:55

Иҡтисадтың үҫешен тиҙләтеү өсөн

Иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин, беҙҙең дөйөм бурыс - иҡтисади үҫеште нигеҙлерәк, тотороҡлораҡ, сифатлыраҡ итеү. Тышҡы хәүеф факторҙарын да онотмаҫҡа кәрәк, тине.

Владимир Путин осрашыу барышында шуны билдәләне: иҡтисадыбыҙ үҫеше яңы эш урындары булдырыу, социаль именлек, ғаиләләрҙең килеме артыуы, демографияның ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә килтерәсәк.

Ил башлығы айырыуса шуға иғтибар итергә ҡушты: бөтә социаль, инвестиция пландары тулыһынса финанслау менән тәьмин ителергә тейеш. Ил етәксеһе янында ултырыусыларҙан инвестиция климатын яҡшыртыу өсөн нимәләр эшләргә, бурыстарға нисек, ниндәй тиҙлектә, ҡайһы позицияла ирешеү мөмкинлеген һорашты.

Фото: Кремлин.ру

Читайте нас: