Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2020, 13:45

Хеҙмәттә үткән ғүмер

Зирәк Ғәли улы Мөхәмәтйәновҡа туҡһан йәш тулды.

Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул бөгөн дә теремек, күтәренке күңелле. Тормоштағы барлыҡ яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Компьютерҙы үҙләштереп, тиҙ генә текстар баҫырға ла өйрәнгән. Хәҙер ул һәр көн ауыл хужалығы тармағында эшләгән йылдары тураһында, ул унда ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен арнаған, мемуарҙар яҙа.
Зирәк Ғәли улы тыумышы менән Бүздәк районынан. Күп балалы ғаиләлә үҫкән. Һуғыш йылдарында, башҡа бик күп тиҫтерҙәре кеүек үк, колхозда эшләй. Мәктәптән һуң Силәбе политехник институтын тамамлай һәм 1954 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген Баҡалы районы Куручев МТСы мастерскойында мөдир булып башлай, артабан баш инженер итеп тәғәйенләнә.
Һоҡланғыс ойоштороу һәләтенә эйә етди һәм талапсан йәш белгескә республиканың ҙур хужалыҡтарының береһе – Дәүләкән игенселек совхозына, артабан 1963 йылда Әлшәй ауыл хужалығы производство идаралығына юллама бирәләр, ул унда райондың инженерлыҡ хеҙмәтенә, һуңыраҡ “Сельхозтехника” берекмәһенә етәкселек итә.
Ул ваҡытта предприятиеның төп етештереү объекттары ҡасабаның төрлө урындарында урынлашҡан була. Зирәк Мөхәмәтйәнов айырым бүлексәләрҙе берҙәм базаға берләштерә. Тракторҙар, комбайндар, йөк автомобилдәре, малсылыҡ фермалары механизмдарын капиталь ремонтлау буйынса яңы биналар, йөк тейәү-бушатыу эштәре тулыһынса механикалаштырылған келәт биналары төҙөлә, территория төҙөкләндерелә.
Уның башланғысы менән республикала тәүге тапҡыр иген йыйыу комбайндарының СМД-62 дизель двигателдәрен һәм турбокомпрессорҙарҙы капиталь ремонтлау эштәре ойошторола. Ул етәкселек иткән йылдарҙа хеҙмәткәрҙәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтары булған йөҙҙән ашыу квартира - Космонавтар урамындағы 32 фатирлы һәм Киров урамындағы 16 фатирлы йорттар, шулай уҡ бер нисә уңайлы коттедж төҙөлә. Шуға ла кадрҙар менән проблема булмай.
Эшселәрҙең, инженерҙарҙың юғары һөнәри оҫталығы, етештереү объекттарын заманса станоктар, ремонтлау ҡорамалдары менән йыһазландырыу – быларҙың барыһы ла заказдарҙың артыуына килтерә. Ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау ваҡытында һәм сифатлы башҡарыла.
Техниканы әҙерләүҙән тыш, берекмәлә малсылыҡ фермаларын механикалаштырыу, көтөүлектәр булдырыу, һыу һиптереү системаларын монтажлау, колхоз һәм совхоздарҙы ашламалар, төҙөлөш материалдары һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге өсөн башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш алып барыла.
Зирәк Ғәли улы ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр ерҙә етәкселек итеү һәм ойоштороу һәләттәрен күрһәтә. Ул перспективаларҙы алдан күреп, теләһә ниндәй эште аҙағына тиклем еткерә. Был йылдарҙа ауыл хужалығы комплексы тармағындағы профсоюз ойошмаларын нығытыу буйынса ҙур эш башҡарыла, ауыл эшсәндәренең һаулығына һәм ялына етди иғтибар бирелә.
Зирәк Ғәли улының яҙмышы Әлшәй районы менән тығыҙ бәйле. Аграр тармаҡта эшләү дәүерендә ул ошо өлкәнең үҫешенә ҙур өлөш индерә. Тырыш хеҙмәте өсөн “Почет билдәһе” ордены, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә. Уға “Әлшәй районының почетлы гражданины” исеме бирелде.
Шәхси тормошонан да уңа Зирәк Ғәли улы. Ҡатына Финә Нәжми ҡыҙы менән, ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъяларҙа юҡ инде, 50 йылдан ашыу ғүмер кисерәләр, өс бала тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем алырға ярҙам итәләр, үҙ өлгөләрендә кешеләргә ихтирамлы булырға өйрәтәләр. Өлкән улы Илмир, яҙмышын физкультура һәм спорт менән бәйләй. Егерме йыл райондың спорт комитетына етәкселек итә, бөгөн Раевка балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шахмат буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләй. Татыу ғаиләнең бөтә ағзалары ла тиерлек был уйын менән мауыға. Шахмат серҙәренә барыһын да атайҙары Зирәк Ғәли улы өйрәткән. Уртансы улы Ирек – профессор, физика-математика фәндәре докторы, Өфө дәүләт нефть техник универститетында уҡыта. Ҡыҙы Ризида – Раевка 4-се мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы. Бәхетле олатайҙың ете ейәне бар, уларҙың барыһы ла абруйлы юғары уҡыу йорттарын тамамлаған, ун бүләһе үҫеп килә.
Зирәк Ғәли улы эшһөйәрлеге, иҫ киткес әҙәплелеге менән коллегалары һәм ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған, районыбыҙ йылъяҙмаһына үҙ өлөшөн индергән хөрмәтле шәхес.
Читайте нас: