Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2020, 14:35

Республика Башлығы - Аксен агросәнәғәт колледжында

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әлшәй районына эш сәфәре менән килде.

Иң тәүҙә ул Аксен агросәнәғәт колледжында булды. Был уҡыу йортонда 869 студент белем ала. Республика Башлығы колледждың заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған лабораториялар комплексын ҡараны. Шулай уҡ ошо уҡыу йорто нигеҙендә бында тиҙҙән ветеринарҙар әҙерләү буйынса уҡыу үҙәге асыу ҙа күҙаллана, был проект менән эш сәфәре барышында Радий Хәбировты ла таныштырҙылар.

Фото:Башинформ

Читайте нас: