- Ауылыбыҙ ҙур, уны техниканан башҡа тәртиптә һәм таҙалыҡта тотоуы ауыр. Ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға, йәйен сүп үләндәрен сабырға, сүп-сар сығарырға, быуаларҙы тәртиптә тоторға кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауылда тракторһыҙ булмай. Өҫтәүенә быйылғы йыл республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Ауыл биләмәләре эстетикаһы йылы тип иғлан ителде, шуға беҙҙең барыбыҙға ла ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк, - ти ауыл старостаһы, инициатива төркөмө ағзаһы Ғәлиә апай Ғәлиәхмәтова.
Бөгөн Ташлыла 400-гә яҡын кеше йәшәй, тракторҙың хаҡы - 1,5 миллион һумға яҡын. Был сумманың күп өлөшөн республика бюджетынан субсидия ҡаплай, шулай уҡ урындағы ҡаҙнанан да аҡса бүлеү ҡаралған. Ташлыларҙың үҙҙәренә лә ярайһы ғына сумма йыйырға кәрәк буласаҡ. Ауыл халҡы был проектты бағыусылар ҙа, яҡташтары ла хуплап, ҡулдарынан килгәнсә, ярҙам итер, тип ышана.