Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2020, 18:25

Ярлылыҡҡа ҡаршы көрәшкә 1,12 миллиард һум

Башҡортостан 2020-2022 йылдарҙа социаль контракт программаһын тормошҡа ашырыуға 1,12 миллиард һумдан ашыу – йыл һайын 375,6 миллион һум йүнәлтә.

Аҡсаның төп өлөшө федераль бюджеттан алынған, төбәк ҡаҙнаһын берлектә финанслау 2020 һәм 2021 йылдарҙа – 51,2 миллион һум, 2022 йылда 71,5 миллион һум тәшкил итә. Финанслауҙың артыуына бәйле ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш программаһы күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә мөмкин – 2024 йылға тиклем йыл һайын 2 мең, һөҙөмтәлә 10 мең ғаилә ярҙам алырға тейеш. Һөҙөмтәлелек күрһәткесе – йәшәү минимумы кимәленән күберәк булған килем. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, 2014-2019 йылдарҙа 6728 кешегә адреслы ярҙам күрһәтелгән. Айырыуса шәхси ярҙамсы хужалыҡты алып барыуға 50 мең һумға тиклем түләү талап ителгән. Ауыл ерендә ошо ярҙам сараһын 6570 кеше алған (башлыса улар мал һатып алған). 151 кеше, 100 мең һумға тиклем аҡса алып, шәхси предприятие асҡан (алыусыларҙың 2%), етәүһенә һөнәри белем алыуға бәйле ярҙам күрһәтелгән. Бының өсөн 15 мең һумға тиклем бүленә.
фото/Pixabay
Читайте нас: