Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2020, 11:05

Ата-әсәһе айырылышҡанда баланың торлаҡҡа хоҡуғы

Үҙгәрештәр РФ Ғаилә кодексының 86-сы статьяһына индереләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин судтарға айырылышҡандан һуң баланан айырым йәшәгән атай йәиһә әсәйҙе балаға йәшәү өсөн яраҡлы торлаҡ менән тәьмин итеү сығымдарын түләтеүгә йәлеп итеү хоҡуғын биреүсе законға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә ТАСС.

Үҙгәрештәр РФ Ғаилә кодексының 86-сы статьяһына индереләсәк, уға ярашлы, айырым шарттар исемлеге “баланың йәшәү өсөн яраҡлы булмаған даими торлағы булмауы” тигән пункт менән дә тулыландырыла. Уның нигеҙендә суд тарафынан ата-әсәнең һәр береһе бала өсөн торлаҡҡа түләүгә ҡағылышлы өҫтәмә сығымдарҙы (алименттан тыш) түләүгә ҡатнашыуға йәлеп ителергә мөмкин. Ғәмәлдәге ҡануниәттә шундай шарттар иҫәбендә балиғ булмаған баланың ауырыуы йәки ғәрип булыуы, балиғ булған балаларҙың эшкә яраҡһыҙлығы, уны ҡараған кешегә түләү һәм “башҡа шарттар” ҙа бар.

Читайте нас: