Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2020, 11:05

Табыш алам тип, хаҡ күтәрһәң...

Рәсәй Президенты Владимир Путин медицина маскаларына хаҡтарҙы арттырған дарыуханаларҙы асыҡларға һәм уларға яза бирергә тәҡдим итте. Был турала РИА “Новости” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

“Һәр ойошмала бындай дарыуханаларҙы асыҡлап, башҡаса улай итмәһендәр өсөн ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк”, - тине Путин.

Президент бындай ойошмаларҙың лицензияларын алырға кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ дәүләт башлығы бер нисә дарыухана ябылған осраҡта ла граждандарҙың препараттар етмәүенән зыян күрмәйәсәген белдерҙе, сөнки илебеҙҙә дарыуханалар селтәре киң үҫешкән.

Читайте нас: