Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Февраль 2020, 13:00

“Йәш белгестәрҙе көтәбеҙ”

Район мәҙәниәт һарайында республика юғары уҡыу йорттары студенттарының район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин менән осрашыуы үтте. Унда һәләтле, креатив һәм талантлы йәштәр йыйылды.

Был көндө студенттар төрлө тармаҡ вәкилдәре һәм етәкселәре менән туранан-тура аралаша алды. Фекер алышыу өсөн “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Ауыл хужалығы һәм агросәнәғәт комплексы”, “Мәҙәниәт һәм сәнғәт”, “Архитектура һәм төҙөлөш”, “Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ” кеүек майҙансыҡтар ойошторолдо. Йәштәргә район, предприятиелар һәм ойошмаларҙың үҫеш перспективалары, бөтә вакансиялар (әйткәндәй, уҡытыусылар, табиптар, квалификациялы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре етешмәй), программалар һәм кадрҙар өсөн социаль ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр.

Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин йыйылыусыларҙы ихлас тәбрикләп, студенттар уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң туған яҡтарына ҡайтыр, тигән ышаныс белдерҙе. Юғары уҡыу йорттарында беҙҙең райондан бөтәһе 873 студент белем ала.

- Йәш белгестәрҙе өйҙә көтәбеҙ. Беҙ һәр ваҡыт һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Шуға ла, мин үҙ мөмкинлектәрегеҙҙән файҙаланығыҙ, туған яғығыҙҙа тәжрибә туплағыҙ, тим. Ә артабан инде яңы үрҙәр яуларға ла була. Әгәр ҙә бында эшләргә ҡалһағыҙ, беҙ быға шатбыҙ ғына! Юҡҡа ғына халҡыбыҙ “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул”, тимәгән бит.

Башҡорт дәүләт аграр университетының ситтән тороп уҡыу факультеты деканы Илдар Ғәниев, профессор, физика-математика фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының дөйөм һәм теоретик физика кафедраһы мөдире Нурия Биҡҡолова кеүек хөрмәтле ҡунаҡтарҙан да ихлас ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.

Йәш белгестәр – Раевка 4-се мәктәбенең биология уҡытыусыһы Алина Ғәләүетдинова һәм Раевка үҙәк район дауаханаһы табип-терапевы Алеся Барсюк та ауылда эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уларҙың һайлауы осраҡлы түгел, сөнки район үҙәгендә эшләү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған, инфраструктура ла үҫешкән.

Концерт программаһы ла бай йөкмәткеле ине. Район мәҙәниәт һарайы артистары сығыш яһаны. Студенттар ҙа сағыу концерт номерҙары әҙерләгәйне, улар йыр-бейеүҙәр башҡарҙы, төрлө уйын ҡоралдарында уйнаны һәм мәҙәктәр һөйләп тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Сара аҙағында студенттар бергәләп иҫтәлеккә фотоға төштө һәм күңелле дискотека башланды.

Читайте нас в