Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2020, 11:15

Йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыуҙа Президент илдең төп документына үҙгәрештәр индереүгә лә аңлатма бирҙе

Кисә Владимир Путин Череповецта эш сәфәре менән булды.

Владимир Путин Череповецҡа эш сәфәре барышында химия-технология колледжында булды, иҡтисад һәм социаль өлкәләргә белгестәр әҙерләү, “мәктәп–колледж-университет” белем биреү моделенең нисек тормошҡа ашырылыуы менән ҡыҙыҡһынды, артабан ил башлығы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең күрһәтмә сығыштарын ҡараны. Был хаҡта Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыу ваҡытында дәүләт башлығы бик күп һорауҙарға яуап бирҙе. Мәҫәлән, илдең Төп документына төҙәтмәләр индереүгә аңлатма биреп, Владимир Путин: “Мин Конституцияға төҙәтмәләр индереүҙе Президент вәкәләттәрен оҙайтыу өсөн тәҡдим итмәнем, был - заман талабы”, - тине.

Читайте нас: