- Сара «Күгиҙел» төркөмө башҡарыуында яҡташыбыҙ Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә Роза Сәхәүетдинова ижад иткән «Әлшәй вальсы» йыры менән башланып китте. Ярыш-уйында ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан торған ике команда көс һынашты. “Отҡорҙар” һәм “Зирәктәр ” араһында ярыш бик йәнле, мауыҡтырғыс барҙы, - тип хәбәр итте беҙгә ошо матур сара тураһында китапханасы Лилиә Кинйәбай ҡыҙы Әғзәмова.
- Командалар өс турҙа көс һынашты, үҙҙәренең белемдәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараны, тәңкәләр йыйҙы. Уйындың беренсе - "Кем сосораҡ?" турында командаларға төрлө һорауҙар әҙерләнгәйне. “Кем башлыраҡ?”тип аталған икенсе турҙа командаларға үҙҙәренә оҡшаған өлкәнән (районыбыҙҙың тарихы, географияһы,тәбиғәте, билдәле кешеләре, әҙәбиәт, мәҙәниәт, халыҡ ижады) һорауҙарҙы һайлап алыу мөмкинлеге бирелде. Ярайһы уҡ ҡатмарлы ғына һорауҙарға яуап биреп, ҡатнашыусылар үҙ белемдәрен күрһәтте.Өсөнсө тур “Серле һандыҡ ”тип аталды. Һандыҡ эсендә нимә йәшеренгәнен беренсе булып “Отҡорҙар” тапты. Серле һандыҡта музей ҡомартҡыһы – сигелгән алъяпҡыс булып сыҡты.
Тапҡырлыҡты, зирәклекте, отҡорлоҡто һынаусы, халҡыбыҙҙың аң-белем даирәһен киңәйтеүсе уйын-кисәлә иң әүҙем ҡатнашыусы тип пенсионер-уҡытыусы Наилә Ғәлимйән ҡыҙы Фәйзуллина билдәләп үтелде. Сара аҙағында Башҡортостандың халыҡ сәсәне, ауылдашыбыҙ Розалия Солтангәрәева ижад иткән ҡобайырҙы күмәкләп башҡарҙыҡ.
“Алтын тирмә” уйын кисәһе күңелдәрҙә матур хәтирә булып һаҡланыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ, сөнки ошондай саралар белемде арттыра, рух-дәрт өҫтәй, халҡым йолаларын онотмаҫҡа, тыуған төйәгебеҙҙең тарихын тулыраҡ белергә ярҙам итә.