Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе. «Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан беҙгә күп күрһәтмәләр килде. Ләкин, дөйөм алғанда, Башҡортостан биләмәһендә сирләү осраҡтары юҡ. Аллаһ бирһә, беҙ был бәләнән ҡотолорбоҙ. Бөтә эҙемтәләргә лә әҙербеҙ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уяу булырға тейеш», — тине Башҡортостан Башлығы. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һүҙҙәренсә, республикала яңы коронавирус инфекцияһының инеүенә һәм таралыуына юл ҡуймау өсөн эпидемияға ҡаршы саралар ойошторолған. «Атап әйткәндә, «Өфө» аэропортында санитар-карантин контролен көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күрелгән. Вирусҡа ҡаршы кәрәкле препараттар, дезинфекциялау һәм һаҡланыу саралары запасы булдырылған. Ауырыуға шик булғанда шунда уҡ изоляциялау, сирле менән аралашҡан кешеләрҙе медицина күҙәтеүенә алыу мәсьәләләре ентекле өйрәнелгән», — тип билдәләне ул. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, 1 февралдән Рәсәй һәм Ҡытай авиакомпаниялары араһында пассажирҙар ташыу туҡтатылған. «Әгәр пассажир Рәсәйҙән Ҡытайға осмаған икән, быны бик кәрәк осраҡта ғына эшләргә кәңәш ителә. Пассажир сәфәрҙән баш тартһа, Рәсәй авиакомпаниялары авиабилет хаҡын кире ҡайтара», — тине ул. Республика хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова Башҡортостанда йәшәүселәрҙе уяу булырға: халыҡ күп йыйылған урындарҙа битлек кейергә, шулай уҡ дезинфекциялау сараларынан файҙаланырға саҡырҙы.