Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2020, 14:20

Ҡорал хаталарҙы ғәфү итмәй

Закон һәм тәртип

Ҡорал һатып алырға теләгән һәр кем уның менән хәүефһеҙ эш итеү ҡағиҙәләренә өйрәнә. Талаптар һәр кем өсөн берҙәй, сөнки ҡағиҙәләрҙе үтәмәү осраҡтары йыш ҡына күңелһеҙ осраҡтар менән тамамлана.
Фажиғәле хәлдәр иғтибарһыҙлыҡ, аҡылһыҙлыҡ йәки башҡа сәбәп арҡаһында буламы – был инде мөһим түгел. Ҡорал ҡулланғанда ебәрелгән хаталарҙы ғәфү итеп булмай. Йыш ҡына мылтыкты таҙартҡанда, һунар иткәндә һәм, иң ҡурҡынысы, сейф асҡысы балалар ҡулына эләккәндә үлемесле атыу яңғырарға мөмкин.
Мәҫәлән, Яңы йыл алдынан Күгәрсен районында ҡабан сусҡаһына һунар ваҡытында 37 йәшлек ир, ҡыуаҡтар араһында нимәлер йөрөгәнен күреп, “Вепрь” мылтығынан ата һәм 62 йәшлек ирҙе яралай, ул вафат була.
Ошо көндәрҙә Әлшәй районында, Сосновка ауылы янында, һунарҙан һуң 43 йәшлек ир үҙенең “Blaser” мылтығынан ҡарауылсы өйө яғына ҡарап, контроль атыу эшләй, ә ул ваҡытта өйҙә икенсе һунарсы булған була. Күкрәк ситлеге яраланған 42 йәшлек ирҙе Раевка үҙәк район дауаханаһына илтәләр.
Ҡорал хужалары! Мылтыҡ ҡулланғанда иғтибарлы булығыҙ, уны сит кешеләр һәм балалар ала алмаҫлыҡ ышаныслы урында һаҡлағыҙ! Талаптарҙы күҙәтмәй, ҡоралды тейешенсә һаҡламау һөҙөмтәһендә фажиғәле хәлдәргә юл ҡуйған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған!
Альберт ТӨХВӘТУЛЛИН,
Росгвардияның республика буйынса идаралығы лицензия-рөхсәт биреү эштәре бүлеге инспекторы.
фото/Яндекс
Читайте нас: