Өс көн буйына төрлө майҙансыҡтарҙа 39 уҡытыусы асыҡ дәрестәр, уларға анализ яһау, оҫталыҡ сәғәттәре үткәрҙе, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты. Мөғәллимдәр ҙә уҡыусылар кеүек бик тулҡынланды. Һәм бына, ниһайәт, жюри күҙәтеүе аҫтында үткән көсөргәнешле имтихандар артта ҡалды. Биш билдәһе быйыл кемдә һуң? Кем иң яҡшыһы? Был һорауҙарға яуапты район педагогик хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ конкурсының муниципаль этабын ябыу тантанаһында беләсәкбеҙ.
Сара “Йәшлек” берекмәһенә йөрөүсе ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың вальс бейеүе менән башланып китте. Артабан байрам сәхнәһендә балалар һәм педагогтар ҡатнашлығында сағыу тамаша башланды. Һәм бына һүҙ алып барыусыларға бирелә, улар жюри составын – ошо конкурстың былтырғы еңеүселәрен һәм призерҙарын – хөрмәтле һәм талантлы уҡытыусыларҙы иғлан итә.
Быйыл һөнәри оҫталыҡ конкурстары “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы”, “Өҫтәмә белем биреү педагогы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Йәш уҡытыусы” һәм “Йыл уҡытыусыһы” йүнәлештәре буйынса үткәрелде.
Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы” конкурсында ҡатнашыусылар саҡырыла. Был бәйгелә “Педагог-оҫта” номинацияһында 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зөлфиә Рәүеф ҡыҙы Үлмәҫҡолова, “Донъя балалар күҙлегенән” номинацияһында Раевка ауылы 5-се балалар баҡсаһы филиалы Шафран мәктәпкәсә учреждениеһынан Гүзәл Рәфис ҡыҙы Ғәбитова дипломдар менән билдәләнде. 3-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гүзәл Иршат ҡыҙы Хәйруллина, Баланы үҫтереү үҙәге – 6-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Анфак ҡыҙы Баянова конкурс лауреаттары булды. “Мәктәпкәсә белем биреү педагогы-2020” исемен Раевка 4-се балалар баҡсаһы логопеды Мария Владимировна Осипова алды.
“Өҫтәмә белем биреү педагогы-2020” конкурсында ҡатнашыусылар араһында “Өҫтәмә белем биреү өмөтө” номинацияһында Пионерҙар йорто педагогы Татьяна Михайловна Бәхтийәрова диплом менән бүләкләнде. Ә еңеүсе исеме балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы Радмила Илмир ҡыҙы Рзаеваға бирелде.
Йылдың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары итеп 4-се мәктәп һәм Ниғмәтулла мәктәбенән Ильвера Мәжит ҡыҙы Гәрәева һәм Гөлсәсәк Минулла ҡыҙы Кәбирова танылды.
“Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсында дүрт педагог ҡатнашты. “Педагогик дебют” номинацияһында Никифар ауылынан Ирина Александровна Ефремова билдәләп үтелде. Башҡорт лицейынан Ләйсән Мираҫ ҡыҙы Бикбулатоваға “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһы бирелде.
“Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2020” исеменә кем лайыҡ булды һуң? Ул - 4-се мәктәп уҡытыусыһы Лилиә Анатольевна Баһаманова.
Сарала йәш уҡытыусыларҙы ла хөрмәтләнеләр. 4-се мәктәптең биология уҡытыусыһы Алина Рәйес ҡыҙы Ғәләүетдинова “Педагогика өмөтө” номинацияһында билдәләнде. Ә еңеүсе итеп Түбән Әүрез мәктәбенең биология уҡытыусыһы Гөлнур Радик ҡыҙы Хәсәнова иғлан ителде.
Туғыҙ кеше “Йыл уҡытыусыһы-2020” конкурсында ҡатнашты. Ташлы мәктәбенең башланғыс синыф уҡытыусыһы Фәнирә Камил ҡыҙы Вәлиәхмәтова – “Дәрестә проект эшләнмәләрен ҡулланған өсөн”, М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының инглиз теле уҡытыусыһы Гөлназ Вәлиәхмәт ҡыҙы Гәрәева “Дәрестә телмәр культураһын формалаштырыу” номинацияһында билдәләп үтелде. 4-се мәктәптең һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Гөлнур Урал ҡыҙы Ғәбделмәнова һәм 2-се мәктәптең башланғыс синыф уҡытыусыһы Алла Риф ҡыҙы Семенко конкурс лауреаттары булды.
Бына иң тулҡынландырғыс мәл етә. Хәҙер конвертты асып, “Йыл уҡытыусыһы-2020” конкурсы еңеүсеһе иғлан ителәсәк. Хәл иткес минуттар, секундтар... “Йыл уҡытыусыһы-2020” конкурсы еңеүсеһе исеме хаҡлы рәүештә Шафран мәктәбенең талантлы информатика уҡытыусыһы Александр Евгеньевич Кутьенковҡа бирелде.
Матур сәскә гөлләмәләре, дипломдар тотоп сәхнәнән төшкән конкурсанттарҙы көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар. Иң яҡшы уҡытыусыларға район хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафин юғары наградалар тапшырҙы. Ул оҫталыҡ конкурсында ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә иң ихлас, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Йәш таланттар, уҡытыусылар, район мәҙәниәт һарайы артистары ҡатнашлығындағы бай концерт программаһы ла сараға байрам кәйефе өҫтәне һәм сағыу тәьҫораттар бүләк итте.