Районыбыҙҙа бына ун йыл инде ДОСААФ ойошмаһының урындағы бүлексәһе уңышлы эшләп килә.
Армияға, авиацияға һәм флотҡа ярҙам итеү буйынса ирекле йәмғиәт күп йылдар йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү менән шөғөлләнә. Яңынан тергеҙелгән был ойошманың бурыстары күп йылдар үткәс тә үҙгәрмәгән, ошо көндәрҙә илебеҙҙең беренсе ирекле оборона ойошмаһына 93 йыл тулды.
ДОСААФ ойошмаһының хәҙерге тарихы районыбыҙҙа 2009 йылда башланды. Ул йылдарҙа бөтә илдәге кеүек үк, беҙҙең республикала ла ойошманы үҙгәртеү һәм тергеҙеү эше киң ҡолас алды. Эске эштәр министрлығы ветераны, хәрби хәрәкәттәр ветераны, десантсы, Афғанстанда хәрби хеҙмәт үткән, оҙаҡ йылдар район эске эштәр бүлегенең дәүләт автоинспекцияһына етәкселек иткән Шамил Йосоповтың районыбыҙҙағы ошо ойошмаға килеүе лә бүлексәнең яҙмышына ҙур йоғонто яһаны.
Юридик мәсьәләләрҙе хәл иткәндән һуң, белем биреү эшмәкәрлегенә лицензия алына. Тәүҙә автомәктәп 2-се мәктәптең арендаға алынған бүлмәләрендә урынлаша, 111-се һөнәрселек училищеһы автодромында транспортҡа идара итергә өйрәтәләр. Тиҙҙән үҙ майҙансыҡтарын төҙөйҙәр, ә 2016 йылда үҙ биналары ла барлыҡҡа килә. Ремонт эшләгәндән һуң элекке Яңауыл мәктәбенең буш торған бинаһы автомәктәптең ныҡлы базаһына әйләнә.
Уҡытыуҙы камиллаштырыу, автомобиль паркын яңыртыу буйынса ла күп эштәр атҡарылған. Бөгөн автомәктәптә туғыҙ машина иҫәпләнә, шуның алтыһы – еңел автомобиль, “КамАЗ”, хәрби “Урал-4320”, ПАЗ-3205 автобусы, йөк һәм еңел автомобилдәргә тағылмалар бар. Ошо йылдар эсендә В, С, D, CE категорияларына өс меңдән ашыу шофер, шул иҫәптән хәрби-иҫәп белгеслеге буйынса өс йөҙләп курсант әҙерләнгән.
- Автомәктәптә дәрестәр көн һайын уҙа, өҫтәмә рәүештә шәмбе көндәрҙә "ял көнө" төркөмдәре өсөн дә дәрестәр үткәрәбеҙ. Шулай уҡ мәктәптәргә һәм ауыл биләмәләренә лә барабыҙ. Курсанттарҙы Азамат Муллағәлиев, Марат Яҡупов, Марат Рәжәпов, Ғайзулла Ситдиҡов кеүек тәжрибәле уҡытыусылар һәм производствоға өйрәтеү мастерҙары уҡыта, - ти ДОСААФ ойошмаһының урындағы бүлексәһе рәйесе Шамил Йосопов.
Илдең Ҡораллы көстәренә белгестәр әҙерләү, хәрби-патриотик тәрбиә биреү, хәрби-ғәмәли спорт төрҙәрен үҫтереү – ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре. Бөгөн районда бер генә ваҡиға ла ДОСААФ-тан башҡа үтмәй. Спорт саралары, мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙың хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуҙарын ойоштороу, йәш армиясылар менән эшләү, һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙар, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар һәм хәрби дан көндәре, төрлө ғәскәрҙәр ветерандарына һәйкәлдәр асыу...
Ошо көндәрҙә автомәктәптә сираттағы илһөйәрлек сараһы – курсанттарҙың хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуы уҙҙы, ул ДОСААФ ойошторолоуға 93 йыл тулыуға арналғайны. Ойошманың барлыҡҡа килеү тарихын иҫкә төшөрөп, Шамил Сабит улы йәмғиәттең элекке даны кире ҡайтыуын, элеккесә, оҫталыҡ, батырлыҡ һәм илһөйәрлек мәктәбе тип лайыҡлы аталыуын билдәләп үтте.
Курсанттар – буласаҡ хәрби водителдәр менән осрашыуға Әлшәй районының «Хәрби туғанлыҡ» ветерандар йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре саҡырылғайны. Улар араһында хәрби хәрәкәттәр ветерандары, десантсылар, сик һаҡсылары, шулай уҡ ҡасандыр хәрби машина водителдәре булып хеҙмәт иткән һалдаттар бар ине. Сергей Нагаец, Владимир Сухарев, Сергей Аракчеев, Василий Репш, Виталий Курочко, Рафаэль Ғәләүетдинов егеттәр алдында сығыш яһаны. Улар хеҙмәт иткән йылдары, хеҙмәттәштәре һәм командирҙары менән ниндәй мөнәсәбәттә булыуҙары, һалдат тормошоның еңел булмаған, әммә ҡыҙыҡлы мәлдәре тураһында һөйләне һәм намыҫ менән хеҙмәт итергә тигән теләктәрен еткерҙе. Ватанды һаҡлаусыларҙың ике быуын вәкилдәре осрашыуы дуҫтарса шарттарҙа уҙҙы. Хушлашҡанда ветерандар һәм йәштәр йәнә осрашырға һөйләште.