Йәш ғаилә ошо көндәрҙә тағы ла бер сабыйҙары тыуыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
- Игеҙәктәребеҙҙең донъяға килеүе – беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды, - ти Дилбәр. – Хәҙер инде уларға ике йәш, һәр береһенең үҙ характеры, үҙ фекере бар. Бер-береһенән айырылып торһалар ҙа, Сафия һәм Даниэль үҙ-ара бик татыуҙар, бер генә минут та бер-береһенән башҡа тора алмайҙар. Атайҙары эштә саҡта уны бик һағыналар. Бындай мәлдәрҙә мин уларға бөтә ғаиләбеҙ менән төшкән фотографияны күрһәтәм.
Игеҙәктәрҙең атаһы Рәфил Алыҫ Себерҙә машинист булып эшләй, ә әсәйҙәрен күптәр танығандыр, моғайын, декрет ялына тиклем Дилбәр “Әлшәй-ТВ” тапшырыуҙарын алып барҙы. Хисмәтуллиндарҙың тиҙҙән өсөнсө балалары, ә кескәйҙәрҙең ҡустыһы йәки һеңлеһе буласағы ғаилә өсөн көтөлмәгән ҡыуаныс алып килде.
- Өсөнсө тапҡыр әсә булыу бер үк ваҡытта тулҡынландыра ла, шатландыра ла, яуаплылыҡ та өҫтәй, быны әсәй булған кеше яҡшы аңлай. Мин үҙем ишле ғаиләлә үҫтем, беҙ биш ҡыҙ инек, шуға ла һәр ваҡыт ҙур ғаилә тураһында хыялландым.
Күптәр балалар тәрбиәләүҙе бик мәшәҡәтле эш, үҙеңә ваҡыт ҡалмай, тип иҫәпләй. Әммә мин бала табыуҙан ҡурҡырға ярамай, тип уйлайым. Хәҙерге ваҡытта дәүләт күп балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, беҙ тәүге балаға республиканан 300 мең һум алдыҡ, игеҙәктәр тыуғас, шунда уҡ әсәлек капиталын да бирҙеләр. Был бик ҙур ярҙам, балалы ғаиләләргә бындай сумманы туплауы ауыр, мөмкин дә түгел тиерлек. Был средстволарҙы торлаҡ һатып алыуға, ипотека буйынса беренсе взносҡа йүнәлтергә ниәтләйбеҙ. Тиҙҙән бишәү буласаҡбыҙ бит, кескәйҙәргә иркен йорт кәрәк, - ти бәхетле йылмайып, Дилбәр.
Әлегә Хисмәтуллиндар ата-әсәй йортонда йәшәй. Игеҙәктәрҙе тыуғандан алып ҡарарға өләсәйҙәре Рәүилә ярҙам итә. “Унан башҡа беҙ ике ҡулһыҙ” - ти йәш килен ҡәйнәһе тураһында. Ҡыпсаҡ-Асҡарҙан өләсәйҙәре Рәмзиә менән олатайҙары Дамир Усмановтар ҙа йыш килеп ярҙам күрһәтә. Апай-һеңлеләре лә теләһә ниндәй ваҡытта ярҙам итергә әҙер тора. Ҙур ғаиләнең өҫтөнлөгө бына шунда инде – өлкәндәр бәләкәстәр тураһында хәстәрлек күрә, балалар һәм ата-әсәләр араһында ла йылы мөнәсәбәт, ғаилә традициялары ла быуындан-быуынға тапшырыла килә. Ә бындай ғаиләләрҙә күңелһеҙләнеп ултырырыға ысынлап та ваҡыт юҡ.