Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2020, 13:55

Хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод

Һеҙ көсө бөткән батарейкаларҙы, терегөмөшлө лампаларҙы ҡайҙа ташлайһығыҙ?

Улар нисек юҡҡа сығарыла? Оҙаҡламай был мәсьәлә хәл ителергә тейеш. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүсе завод барлыҡҡа киләсәк. Кисә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән кәңәшмә ошо темаға арналды . “Росатом” компанияһына ингән “РосРАО” предприятиеһының башҡарма директоры Александр Богуцкий белдереүенсә, уларҙың компанияһы былтырҙан 1 һәм 2-се класлы хәүефһеҙлеге булған ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса федераль оператор итеп тәғәйенләнгән. Был ҡалдыҡтарға шул иҫәптән батарейкалар һәм терегөмөшлө лампалар ҙа инә. Яҡын арала республика оператор менән килешеү төҙөйәсәк, бындай ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу буйынса юл картаһы эшләнәсәк.
фото/Pixabay
Читайте нас: