Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2020, 12:25

“Әлшәй ТВ”ны киләсәктә лә ҡарай аласаҡбыҙ

Һанлы форматҡа күскәс, урындағы телевидение нисек эшләйәсәк?

Урындағы телевидение эшләй башлағандан бирле беҙҙең коллегаларыбыҙ район тормошондағы төп ваҡиғаларҙы объектив һәм оператив яҡтыртырға тырыша. Ләкин күптәр һанлы телевидениеға күскәс, урындағы яңылыҡтар менән беҙҙе кем таныштырыр, уларҙы хәҙер ҡайҙа ҡарарға мөмкин, тип борсола башланы. Беҙҙең редакцияға ла ошондай һорауҙар менән шылтыратыуҙар күп булды.

Һанлы форматҡа күскәс, урындағы телевидениеның нисек эшләүе тураһында беҙ уның етәксеһе Илфаҡ Фаризов менән осрашып һөйләштек.

- Илфаҡ Хәләф улы, район халҡы бынан һуң “Әлшәй ТВ” тапшырыуҙарын ҡарай алырбыҙмы, улар эштән туҡтаманымы икән тип борсола.

- Беҙ бер ҡайҙа ла юғалманыҡ, ябылманыҡ, хәҙер интернет киңлектәрендә эшләйбеҙ. Шунлыҡтан, хөрмәтле телевизор ҡараусылар, борсолмағыҙ. Һәр ваҡыттағыса яңылыҡтар һәм сюжеттар күрһәтеләсәк. Беҙҙе табыуы еңел: браузерҙа “Әлшәй телевидениеһы” тип йыйып, “ВКонтакте” социаль селтәрендә “Әлшәй ТВ” төркөмөнә һәм “Ютуб”тағы каналға эләгәсәкһегеҙ. Әгәр “Сәләм” телеканалы” тип йыйһағыҙ, һеҙ республика телеканалы сайтына инәсәкһегеҙ, унда онлайн тапшырыуҙар бара. 1 ғинуарҙан аҙна һайын “Сәләм” телеканалында һеҙ йома 19 сәғәттә “Әлшәй ТВ” тапшырыуҙарын ҡарай алаһығыҙ, шәмбе көндө иртәнге сәғәт 7-лә уны ҡабатлау буласаҡ.

- Телевидение системаһында үҙгәрештәр тураһында бер генә йыл һөйләмәнек. Һеҙ яңы форматҡа әҙерләнергә өлгөрҙөгөҙмө?

- Һанлы телевидениеға күсеү тураһында һүҙ сыҡҡас та, беҙ интернет ресурстарҙы тулы көсөнә файҙалана башланыҡ. Мәҫәлән, “ВКонтакте” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә бөгөн беҙҙең 4800-ҙән ашыу подписчигыбыҙ бар. Райодың рәсми сайтына ла видеоматериалдар урынлаштырабыҙ. Ваҡыт үтеү менән телевизор ҡараусылар быға күнегәсәк, уларға беҙҙең яңы формат оҡшар тип уйлайбыҙ.

- Быйыл “Әлшәй ТВ” өсөн юбилей йылы ла. 15 йыл элек әлшәйҙәргә “Һаумыһығыҙ, эфирҙа - Әлшәй телевидениеһы” тигән һүҙҙәр менән мөрәжәғәт иткәс, халыҡ һеҙҙе шунда уҡ үҙ итте. Телеканал логотибын да оҡшаттылар, тамашасылар һеҙҙең сюжеттарҙы түҙемһеҙләнеп көтә, төрлө сараларға саҡыра башланылар. Әгәр беҙ, гәзит хәбәрселәре һеҙҙән башҡа ҡайҙалыр барһаҡ, урындарҙа хатта кешеләрҙең кәйефе төшөүен дә тоя инек...

- Беҙҙең телестудия район хакимиәте инициативаһы буйынса 2005 йылда ойошторолдо. Башта беҙ район “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите составында булдыҡ, һуңыраҡ, 2009 йылда студия “Әлшәй ТВ” подразделениеһы булараҡ, социаль-мәҙәни үҙәк составына күсерелде.

Эйе, быйыл беҙгә 15 йыл тула. Ошо дәүер эсендә төрлө сюжеттар менән аҙна һайын эфирға сыҡтыҡ, районда беҙҙең операторҙар һәм хәбәрселәр бармаған урын да ҡалманы тиерлек. Төрлө спорт ярыштарынан, халыҡ байрамдарынан, юбилейҙарҙан, уҡытыусылар һәм табиптар, баҫыу һәм ферма эшсәндәре, предприятиелар эшселәре, оҫталар, райондың абруйлы кешеләре, яҡташтарыбыҙ тураһында меңдәрсә сюжет әҙерләнде һәм эфирға сығарылды. Бөгөн дә аҙна һайын 45 минутлыҡ тапшырыуҙарҙа беҙ телевизор ҡараусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ бер нимәне лә төшөрөп ҡалдырмай, район һәм республикағы ваҡиғаларҙың тулы картинаһын объектив күрһәтергә тырышабыҙ.

Беҙҙе төрлө сараларға саҡыралар, беҙгә шылтыраталар, рәхмәтле телевизор ҡараусыларҙан хәбәрҙәр һәм тәҡдимдәр алабыҙ. Ҡайһы бер темаларҙы, проблемаларҙы яҡтыртыу буйынса тәнҡитләүҙәр ҙә була. Ләкин беҙгә телевизор ҡараусыларҙың фекерен белеү бик мөһим.

- Һеҙҙең контентта балалар өсөн телевидение һаҡланасаҡмы?

- Эйе, аҙна һайын Пионерҙар йортоноң “Пионер ТВ” балалар студияһы беҙгә үҙ видеоматериалдарын ебәрә. Йәш хәбәрселәр ваҡиғалар урынында үҙ аллы ҡыҙыҡлы репортаждар, интервьюлар төшөрә, сәфәрҙәре һәм туристик сәйәхәттәре тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Был да ҡыҙыҡлы һәм ошо йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ. Элекке йылдарҙағы кеүек үк, учреждениеларҙан һәм шәхси кешеләрҙән музыкаль ҡотлауҙар, иғландар ҡабул итәбеҙ, видео һәм реклама роликтары, мәғлүмәт-реклама сюжеттары әҙерләйбеҙ, видеоматериалдар яҙҙырыу һәм уларҙы яңынан яҙҙырыу менән шөғөлләнәбеҙ.

- Илфаҡ Хәләф улы, гәзит уҡыусыларға ошо эштәрҙе кемдәр башҡарыуы тураһында һөйләп үтегеҙ әле.

- Коллективыбыҙ ҙур түгел, бөтәһе биш кеше, әммә бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә тырыш һәм талантлы. Операторҙарыбыҙ үҙҙәре төшөрә, үҙҙәре монтажлай. Руслан Кәримов, мәҫәлән, “Әлшәй ТВ”ла иң тәжрибәле һәм талантлы операторҙарҙың береһе. Йәш коллегабыҙ Илья Музыченко ла унан ҡалышмай. Диктор-хәбәрселәребеҙ Рената Байғужина һәм Дилбәр Хисмәтуллинаны тамашасылар һөнәри оҫталыҡтары һәм тапшырыуҙарҙы ихлас алып барғандары өсөн яратты, бөгөн улар икеһе лә декрет ялында. Рената икенсегә әсәй булды, ә Дилбәр өсөнсө сабыйын көтә. Декрет ялдарынан һуң хәбәрселәребеҙ йәнә беҙгә эшкә килер, тип ышанам.

Уларҙы бөгөн яңылыҡтарҙы рус һәм башҡорт телдәрендә әҙерләүсе Рүзилә Ғиззәтуллина һәм Әлиә Хөснөтдинова алмаштырҙы. Тырыш коллективыбыҙ киләсәктә лә “Әлшәй ТВ” өсөн яңынан-яңы сюжеттар төшөрөп, тамашасыларыбыҙҙы шатландырыр, тип ышанам.

Район гәзите аша беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған бөтә дуҫтарыбыҙға рәхмәт әйтергә теләйем. Телевидение тәү сиратта оператив һәм мобиль булырға тейеш, әммә беҙҙең үҙ транспортыбыҙ юҡ. Шуға ла район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы бүлектәренә, спорт комитетына, “Әлшәй хәбәрҙәре” гәзите редакцияһына, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм старосталарына, үҙәк район дауаханаһы һәм элемтә бүлеге хеҙмәткәрҙәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.

- Был командала Һеҙ – етәксе бурыстарын башҡарыусы тренер ғына түгел, үҙегеҙ сюжеттар эшләйһегеҙ, ҡулығыҙға камера алып, интервью яҙҙыра һәм ун биш йыл элек кеүек эфирға ла сыға алаһығыҙ. Уҙған йыл шәхсән Һеҙҙең өсөн матур ваҡиғаларға бай булды. Һеҙ 45 йәшлек юбилейығыҙҙы билдәләнегеҙ. Ғөмүмән, ир-егет өсөн был оло йәш түгел, шулай ҙа, үҙегеҙ өсөн ниндәйҙер һөҙөмтә яһағанһығыҙҙыр, моғайын.

- Ниндәй генә йәштә булһаҡ та, беҙ үткәндәргә ҡарап уңыштарҙы барлайбыҙ. Барыһы менән дә ҡәнәғәтмен, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине ул. Кешегә, өҫтәүенә, ижад кешеһенә, һәр ваҡыт эҙләнеү хас. Бер ваҡытта ла барыһынан да ҡәнәғәт булып булмайҙыр. Ә һөҙөмтә шул: мин бәхетле кеше, ғаиләм, мине аңлаусы һәм ярҙам итеүсе тормош иптәшем бар, биш бала үҫтерәбеҙ. Мин ун биш йыл күңелемә яҡын эш менән шөғөлләнәм, шуның һигеҙ йылын йәш, талантлы коллективҡа етәкселек итәм. Шиғриәт һөйөүселәр оҙаҡ көткән “Дим моңдары” тип аталған йыйынтыҡтың донъя күреүе ҙур ваҡиға булды, унда районыбыҙҙың 22 шағирының ижад емештәре инде. Улар араһында минең әҫәрҙәрем дә бар. Шуныһы ҡыуаныслы, ижадым кешеләрҙе битараф ҡалдырмай. Әсәйем дә һау-сәләмәт. Ул - элекке ауыл хәбәрсеһе, ҡасандыр Үрнәк ауылы клубы мөдире булып эшләгән Солтанова Сания Хажиғәли ҡыҙы, уға 83 йәш тулды. Тыуған еремдә йәшәйем, уның саф һауаһын һулайым. Шуның менән дә бәхетлемен...

-“Телевидениеның бурысы - кешегә рухи үҫеш, үҙеңде камиллаштырыуға йүнәлтелгән ыңғай хис-тойғолар биреү” – тип яҙылған “Әлшәй ТВ”ның социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә. Бөгөн бөтә телевидение командаһына был бурысты һәр ваҡыттағыса, тулы күләмдә атҡарыуҙарын теләйем.

Читайте нас: