Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2020, 18:00

Тимур, Артем, Арина, Ева, Ралина...

Бер йылды оҙатып, икенсеһен ҡаршы алдыҡ, хәҙер инде һөҙөмтәләр барлар ваҡыт етте. Райондағы демографик хәл менән гәзит уҡыусыларыбыҙ, шулай уҡ бөтә әлшәйҙәр һәр ваҡыт ҡыҙыҡһына. Ошо мәсьәлә менән беҙ район ЗАГС бүлеге етәксеһе Лариса САФИНАға мөрәжәғәт иттек.

- 2018 йылда районда 364 бала – 186 ҡыҙ һәм 178 малай донъяға килде. Улар араһында ете игеҙәк тә бар. Былтыр 338 бала – 167 ҡыҙ һәм 171 малай, шул иҫәптән 5 игеҙәк яҡты донъяға ауаз һалды. Ғаиләләрҙәге тәүге балалар һаны – 102, икенсе бала – 120, өсөнсө – 81, дүртенсе – 23, бишенсе һәм артабанғы балалар – 12. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2018 йыл менән сағыштырғанда 26 сабыйға аҙыраҡ тыуған. Әгәр ауыл биләмәләре буйынса йомғаҡ яһаһаң, тыуым буйынса иң юғары күрһәткес Раевка ауыл Советында теркәлгән – 182 бала. Артабан Шафран ауыл Советы – 30, Ҡармыш – 15, Ибрай – 12, Ҡыҙыл – 11, Аксен, Ҡыпсаҡ-Асҡар – 8-әр, Әбдрәшит – 10, Түбән Әүрез, Торонтайыш, Себенле – 7-шәр, Казанка – 6, Воздвиженка, Зеленый Клин, Никифар, Ыҫлаҡ – 5-әр, Ташлы – 4. Ә тыуым буйынса иң түбән күрһәткес Ғәйнәямаҡ, Ниғмәтулла ауыл Советтарында теркәлгән, уларҙа – 3-әр һәм Мәндән ауыл биләмәһендә бер бала тыуған.

Һуңғы йылдарҙа айырылышыусылар һаны арта. Уларҙың 40 процентҡа тиклеме - бер йылдан биш йылға тиклем бергә йәшәгән йәш ғаиләләр. Әгәр 2018 йылда 161 никах тарҡалһа, 2019 йылда – 165. Уртаҡ балалары булмаған ғаилә парҙары араһында (икеһенең дә ризалығы менән) никах тарҡатыуҙар һаны ла күбәйгән. 28 йәштән 45 йәшкә тиклемге ирҙәрҙең 55 проценты һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 58 проценты никахтарын тарҡатҡан. 11 ғаилә пары – бер йылдан, бер йылдан биш йылға тиклем 40 пар, 44 ғаилә пары 6 йылдан 10 йылға тиклем, 55 ғаилә пары15 һәм унан да күберәк йыл бергә йәшәгән. Атайлыҡты билдәләү осраҡтары ла артҡан.

Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаилә юбилярҙарынан да мөрәжәғәттәр күп килә. Былтыр беҙ тантаналы шарттарҙа бриллиант туйҙарын билдәләгән - һигеҙ, алтын туйҙарын байрам иткән 42 ғаилә парына бүләктәр тапшырҙыҡ. 2018 йылда иһә улар шул нисбәттә 5 һәм 29 пар булды.

Ә бына былтыр 210 пар законлы никахҡа ингән, 2018 йылда – 261. Граждандарҙың 70 проценты 30 йәшкә тиклем никахҡа инергә һәм бала табырға өлгөрә. Ирҙәрҙең 53 проценты 25 йәштән алып 34 йәшкә тиклем, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 47 проценты 18 йәштән 24 йәшкә тиклем никахтарын теркәгән. Ир-егеттәрҙең 19 проценты һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 16 проценты олораҡ йәштә кейәү һәм кәләш булған. Быйыл уллыҡҡа алыу тураһында 5 ғариза ( 2018 йылда – 8) һәм исем алмаштырыу тураһында 12 ғариза (2018 йылда – 16) тапшырылды.

- Лариса Тәминдәр ҡыҙы, ниндәй исемдәр бөгөн киң таралған, уларҙың ҡайһылары модала?

- Амалия, Тимур, Арина, Ева, Артем һәм Ралина исемдәре популяр булып ҡала. Реналь, Арыҫлан, Алан, Алихан, Мәрйәм һәм Элиза исемдәрен һирәк ҡушалар. Ә 2018 йылда әлшәйҙәр улдарына Артур, Булат, Радмир ә ҡыҙҙарына Милана исемен һайланы. Зәйнәп, Сәйҙә, Айдана, Осман, Мелания, Стефания, Надир һәм Умар исемдәрен һайлаусылар аҙ булды

- Кемдер ғаиләһендә сабый тыуыуына шатланһа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенселәр яҡындарын юғалтыу ҡайғыһын кисерә...

- Нисек кенә аяныслы булмаһын, 2019 йылда 557 кеше (303 ир һәм 254 ҡатын-ҡыҙ, 2018 йылда – 617 кеше) вафат булды. Уларҙың күбеһендә үлем сәбәптәре булып ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары тора. Икенсе урында – онкологик сирҙәр һәм артабан нервы системаһы, тын юлдары һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары килә. Ике кеше юл транспорт фажиғәһе ҡорбаны булды, тағы ике кеше һыуға батты, 4 кеше иҫерткес эсемлектән ағыуланыу сәбәпле донъя ҡуйҙы.

Читайте нас: