Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2020, 15:30

Бөтә ғаилә өсөн күңелле старттар

Районда “Яңы йыл ғаилә уйындары” фестивале уҙҙы.

Кемгә-кемгә, ә бына балалары башланғыс синыфта уҡыған спорт һөйөүсе ғаиләләргә каникулда күңелһеҙләнеп ултырырға тура килмәне. Район мәктәптәрендә бына шундай әсәйҙәр, атайҙар һәм уларҙың балалары өсөн “Яңы йыл ғаилә уйындары” ойошторолдо.
Сараларҙың мәктәп этабында 400 бала һәм ата-әсә ҡатнашты. Еңеүселәр, ә улар 22 ғаилә командаһы, Спорт һарайында республика уйындарында ҡатнашыу хоҡуғы өсөн ярышты.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, уның урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәғариф бүлеге етәксеһе Зилә Чупова сәләмләне һәм спорт һөйөүселәрҙең бөтәһенә лә уңыштар, ә көйәрмәндәргә командаларҙы дәртләндереп тороуҙарын теләне.
- Һәр команда өс кешенән – атай, әсәй һәм 1-се йәки 2-се синыф уҡыусыһынан торҙо. Фестиваль программаһы бай йөкмәткеле булды. Командаларға “Змейка”, “Пингвиндар”, “Гимнастика”, “Навигатор”, “Каракатица” кеүек ҡыҙыҡлы һәм бер үк ваҡытта ябай булмаған эстафеталар тәҡдим ителде. Унда улар үҙҙәренең спорт оҫталыҡтарын күрһәтә алды, - тип билдәләне спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Динар Әхмәҙрисламов.
“Яңы йыл ғаилә уйындары-2020” фестивале еңеүсеһе итеп Ғәйнәямаҡтан Солтановтарҙың берҙәм һәм татыу ғаиләһе иғлан ителде.Талиповтар (Раевка гимназияһы) – икенсе һәм Гәрәевтар (2-се мәктәп) өсөнсө урынды алды.
18 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының “Динамо” стадионында уҙасаҡ ғаилә уйындарының финал ярыштарына Ғәйнәямаҡтан Солтановтар командаһы – Найрә, Редик һәм уларҙың 9 йәшлек ҡыҙҙары Алһыу барасаҡ.
Читайте нас: