Мәҫәлән, улар “Матур ҡышҡы көндәрҙә әкиәттәр уҡыйбыҙ сараһында С. Суринаның "Биҙәктәрҙе кем яһаған?" әҫәре менән танышты. Танып-белеү сәғәтендә төрлө илдәр халыҡтарының нисек Яңы йылды ҡаршылауҙары тураһында белделәр, совет заманындағы йәнһүрәттәрҙе ҡараны, викториналарҙа ҡатнаштылар.
4 ғинуарҙа шау-гөр килеп, спорт саралары үткәрҙек, тип хәбәр итә беҙгә ауыл китапханаһы мөдире Рәмзиә Иманғолова.