Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2019, 16:15

Тылсымлы байрамдар мәле

Әлшәй ҡыҙҙары һәм малайҙары республика һәм Кремль шыршыһында ҡатнашты

Өфөлә уҙған республика Яңы йыл тантанаһына Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 780 мәктәп уҡыусыһы йыйылды. Улар араһында беҙҙең райондан уҡыу алдынғылары, олимпиадалар һәм спорт ярыштары еңеүселәре, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре лауреаттары ла бар ине. Улар - 4-се мәктәптән Ралина Сәфәрова, гимназиянан Али Хөсәйенов, башҡорт лицейынан Асҡар Солтанов, Шафран мәктәбенән Мария Кутьенкова, Никифарҙан Регина Ғарипова, Аксен мәктәбенән Эльвина Хәйруллина һәм Әбдрәшиттән Анастасия Махницкая.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында балалар өсөн - “Ҡыш бабайҙың тылсымлы циркы” яңы йыл тамашаһы, ә концерт залы фойеһында әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡатнашлығында күңел асыу программаһы үтте. Балалар мөғжизәле Яңы йыл байрамынан йомшаҡ уйынсыҡтар, “Әкиәттәр аҡланында” китабы һәм, әлбиттә, татлы бүләктәр алды.
Ә Мәскәүҙәге Кремль шыршыһына Раевка 2-се урта мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы Сабина Тағаева барҙы.

Читайте нас: