Уҙып барыусы 2019 йыл республика тарихына эскелеккә ҡаршы көрәш йылы булараҡ инеп ҡаласаҡ, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.
Йыл башында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров суррогат алкоголь һатыу буйынса йәшерен бизнесты “халыҡты юҡ итеү” тип билдәләне һәм хоҡуҡ һаҡсыларын контрафакт хәмер һатыуға ҡаршы көрәшергә саҡырҙы.
Хәҙер һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, һабантуйҙарҙа, 1 сентябрҙә иҫерткес эсемлектәр һатылмай. Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы депутаттары Яңы йыл каникулдарында ла алкоголле продукция һатыуҙы сикләү тураһында закон ҡабул итте. 3 ғинуарҙа ”ҡоро закон” тулыһынса ғәмәлдә буласаҡ, 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа иҫерткес эсемлектәрҙе 10 сәғәттән 14 сәғәткә тиклем генә һатып алырға була. Бындай саралар енәйәттәр һанын һәм бәхетһеҙлек осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелә.
“Айыҡ ауыл” конкурсы ла эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле ысулдарының береһе булды, унда райондың ундан ашыу ауылы ҡатнашты. Бәйге еңеүселәре - Ҡармыш ауылы халҡы конкурстың республика этабында сығыш яһаясаҡ.
Алкоголгә ҡаршы көрәш үҙ емештәрен бирә. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, быйыл республикала эскелектән вафат булыусылар уҙған йыл менән сағыштырғанда 115 кешегә аҙыраҡ. Һигеҙ йәшерен цех юҡ ителгән, 70 мең литрҙан ашыу спиртлы продукция тартып алынған.
- Беҙҙең районда ла “Алкоголь” оператив-иҫкәртеү саралары, контрафакт продукция һатыу нөктәләрен асыҡлау буйынса рейдтар даими үткәрелә, - ти Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге административ закондарҙы үтәү төркөмө өлкән инспекторы Альбина КУТЬЯНОВА. – Суррогат алкоголь һәм көмөшкә һатыу өсөн административ, шулай уҡ енәйәт яуааплылығы ҡаралыуы тураһында ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Әгәр көмөшкә ҡайнатыуҙы килемле бизнес итергә ҡарар итһәгеҙ, яңы закон буйынса һеҙгә кәмендә 30 мең штраф һалынасаҡ, ә был ауыл халҡы өсөн ҙур сумма. Продукцияны, сеймалды һәм ҡорамалдарҙы конфискациялау тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Өйөндә көмөшкә ҡыуыусыға 238-се статья буйынса енәйәт эше асыласаҡ. Ул ҡулланыусының ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә зыян килтереүсе тауарҙарҙы етештереүселәр, һаҡлаусылар һәм транспортта ташыусылар өсөн санкцияларҙы күҙ уңында тота. Был статья буйынса яза бик ҡаты: 300 мең һумға тиклем штраф, мәжбүри эштәр ҡаралған, хатта ике йылға иркенән мәхрүм ителергә мөмкин. Альбина Рәшит ҡыҙы әйтеүенсә, йыл башынан районда спиртлы продукцияны законһыҙ һатҡан өсөн һигеҙ кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған. Тағы 16 кеше (Раевкала һәм Ыҫлаҡта – бишәр, Шафранда - дүрт, Иҙрис һәм Биксағолда - берәр осраҡ) көмөшкә һатҡан өсөн яуап биргән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдаштарын суррогат алкоголь менән ағыулаусылар һаны әле һаман да етерлек. Күптән түгел генә Өфөнән редакцияға шылтыратып, беҙҙең район ауылдарының береһендә туғандарының бик ныҡ эсеүен, ялған араҡы һәм көмөшкә һатыусы бик күп нөктәләр барлығы тураһында күҙ йәштәре менән һөйләнеләр һәм сара күреүҙе үтенделәр. Был мәғлүмәтте беҙ полицияға еткерҙек. Ә республика Башлығы Радий Хәбиров суррогат продукция һатыусыларға ҡаршы көрәште тағы ла ҡәтғиләштерергә ҡарар ҡабул итте. Хәҙер иҫерткес эсемлектәр етештереүселәр тураһында хәбәр итеүселәргә – 50 мең һум, ә һатыусы тураһындағы хәбәр өсөн 2 мең һум бүләк вәғәҙә ителә. Хоҡуҡ боҙоусылар тураһында Радий Хәбиров ”Хәүефһеҙ мөхит” порталында БР Сауҙа буйынса дәүләт комитетына һәм 8 (347) 218-09-87 (эш көндәрендә 9 сәғәттән 19 сәғәткә тиклем) хәбәр итергә саҡырҙы.