Әлшәй хәбәрҙәре
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 15:10

Байрам һулышы һиҙелә

Һәр ерҙә байрам кәйефе тыуҙырып, төрлө төҫтәге гирляндалар яна, үҙеңде ниндәйҙер тылсымлы әкиәт донъяһына килеп ингән кеүек тояһың.

Бөтә ерҙә Яңы йылға әҙерлек бара. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Пионерҙар йорто, Раевка ауылының 2-се урта мәктәбе территорияларында һырғалаҡтар яһалды, уларҙа үткәрелгән “Боҙ шоуы”нда, шулай уҡ башҡа төрлө эстафеталарҙа теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бынан тыш, Совет майҙанында һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе янында шыршылар ҡуйылды. Урман һылыуҙары кәйефте күтәрә. Тиҙҙән уларға матур уйынсыҡтар, гирляндалар эленәсәк һәм йәшел ҡупшыҡайҙар тирә-яҡҡа йәм биреп, төрлө төҫтәр менән балҡыясаҡ. Ә район үҙәгендә старт алған “Боҙ һындар” конкурсында бөтә ғаилә менән ҡатнашырға һәм боҙҙан үҙегеҙ теләгән төрлө һындар яһарға мөмкин. Бөтә ауылда, байрам кәйефе тыуҙырып, төрлө төҫтәге гирляндалар яна, үҙеңде ниндәйҙер тылсымлы әкиәт донъяһына килеп ингән кеүек тояһың. Тиҙҙән барыбыҙҙың да йорттарына Яңы йыл ишек ҡағасаҡ...

Мария ИВАНОВА,
Раевка гимназияһының 11 “а” синыфы уҡыусыһы.