Фестиваль сиктәрендә “Еңеү” штандартын һәм “Мәңгелек ут” символы менән капсула тапшыру тантанаһы уҙҙы.
Сара “Тыуған ил – Әсә” һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды, унда хәрби хәрәкәттәр ветерандарының “Хәрби туғанлыҡ” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, район ойошмалары етәкселәре, Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Артабан тантаналы митинг булды.
Генерал Шайморатов етәкселегендәге 112-се башҡорт атлы дивизияһы кавалеристарын символлаштырыусы һыбайлылар оҙатыуында легендар “Виллис” автомобилендә республика “Еңеү” марафоны штандарты һәм “Мәңгелек ут” менән капсула килтерелде.
Һүҙ Әлшәй, Дәүләкән райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы буйынса хәрби комиссар В. П. Яблонскийға бирелде.
Бөйөк Еңеү символдары – “Мәңгелек ут” менән бәләкәй капсулалар Туймазы, Баҡалы, Благовар, Бәләбәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Шишмә райондары вәкилдәренә тапшырылды.
Әлшәй районы хакимиәте башлығы Д. Р. Мостафин республика “Еңеү” марафоны штандартын Шишмә районы Советы секретары М. Т. Байбуринға тапшырҙы.
Унан һуң Раевка ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә юғарыла һанап үтелгән райондар коллективтары һәм әлшәйҙәр театрлаштырылған тамаша күрһәтте.