Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 18:55

Башҡортса 100 китап

Башҡортостанда «Туған һүҙгә 100 аҙым» акцияһы старт алды.

Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә тәҡдим иткән проект хөкүмәт кимәлендә хупланды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашлығындағы «түңәрәк өҫтәл»дә проектты нисек тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Сарала төрлө ведомство етәкселәре, яҙыусылар, матбуғат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Проекттың маҡсаты халыҡта китапҡа һөйөү тәрбиәләү, балаларҙы һәм йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, киң йәмәғәтселек араһында республика яҙыусыларының ижадын популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Яҙыусылар союзы башҡорт әҙәбиәтенең 100 әҫәре исемлеген төҙөгән. Был тупланмаға төрлө авторҙарҙың иң уҡымлы, төрлө йәштәге уҡыусыларға тәғәйенләнгән, төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәре ингән. Уларҙы уҡып сығыу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу, башҡаларға ла уҡырға тәҡдим итеү маҡсаты ҡуйыла. Был әҫәрҙәрҙе киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыу планлаштырыла. Шулай итеп, «Туған һүҙгә 100 аҙым» акцияһына старт бирелде. Уға ҡушылайыҡ, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс туған телебеҙҙәге китаптарға кәштәләрҙә саңланып ятырға юл ҡуймайыҡ, рухи аңыбыҙҙы үҫтерәйек, телебеҙҙе камиллаштырайыҡ. Китаптар исемлеге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың сайтында бирелгән - http:www.bashnl.ru/upload/1/1.
фото "Осҡон" гәзитенән алынды.
Читайте нас: