Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2019, 11:35

Иҫән – һау йөрөп ҡайт, һалдат!

Көҙгө саҡырылыш осоронда Башҡортостандан бөтәһе 5 мең егет хәрби хеҙмәткә китәсәк.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөнән хәрби эшелон составында 200 егет хеҙмәт итеү урындарына юлланды. Поезд Владивостокка тиклем бара. Юлда хәрби эшелонға тағы бер нисә йөҙ кеше ултыра. Бойороҡҡа ярашлы, уларҙың бер өлөшө хәрби хеҙмәт үтеү өсөн Новосибирскиҙа һәм Себерҙең, Алыҫ Көнсығыштың башҡа ҡалаларында төшөп ҡала.

Ошо көндәрҙә Ҡармыш ауылында ла «Иҫән – һау йөрөп ҡайт, һалдат!» тип аталған матур сара үтте. Уны ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Ауылдаштары хәрби хеҙмәткә китеүсе Данис Шәкүровҡа, Рузил Исхаҡовҡа, Рушан Вәлиәхмәтовҡа изге теләктәрен екерҙе, Ватан алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәргә саҡырҙы.

Читайте нас: