Әлшәй хәбәрҙәре
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2019, 12:55

Айыҡлыҡ – тормош нигеҙе

"Айыҡ ауыл-2019” конкурсының район этабы еңеүсеһе тип Ҡармыш ауылы иғлан ителде.

Республикала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән старт алған “Айыҡ ауыл-2019” конкурсының муниципаль этабы тамамланды. Ул айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға, эскелекте иҫкәртеү буйынса эш алып барылған биләмәләрҙе асыҡлауға һәм дәртләндереүгә йүнәлтелә.

Уҙған аҙнала мәҙәниәт һарайында конкурстың район этабына йомғаҡ яһалды. Сарала Әбдрәшит, Ибрай, Казанка, Мәндән, Ниғмәтулла, Түбән Әүрез, Никифар, Ыҫлаҡ, Ташлы, Ҡармыш, Зеленый Клин һәм Торонтайыш ауыл Советтарынан 12 ауыл ҡатнашты. Сығыш яһаусылар тыуған төйәктәренең визит карточкаһын тәҡдим итте һәм үҙ проекттары тураһында һөйләне. Бөтә ауыл биләмәләрендә лә ныҡлы аңлатыу эше алып барылған, төрлө акциялар, спорт саралары, лекциялар үткәрелгән, китап күргәҙмәләре, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолған, унда спитрлы эсемлектәр ҡулланыуҙың ниндәй зыян килтереүен бәйән итеп, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға өндәгәндәр. Активистар хоҡуҡ һаҡлау органдары, дин әһелдәре менән берлектә спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу нөктәләрен, көмөшкә ҡайнатыусыларҙы асыҡлау буйынса рейдтар ойошторған.

“Айыҡ ауыл-2019” конкурсының район этабы еңеүсеһе тип Ҡармыш ауылы иғлан ителде, уларға хәҙер республика кимәлендә район намыҫын яҡларға тура киләсәк. Балғажы ауылы – икенсе, Ниғмәтулла һәм Түбән Әүрез ауылдары өсөнсө урынды бүлеште.

Киләһе этап республика кимәлендә үтәсәк. Конкурста еңгән ауылға – 500 мең һум, икенсе урынға – 250 мең, өсөнсөгә 150 мең һум аҡса бирелә. Аҡсаны ауыл территорияларын төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин буласаҡ.


Читайте нас: